

Беҙҙе уратып алған мөхит әленән-әле беҙгә төрлө сетерекле хәлдәр тыуҙырып ҡына тора. Тәбиғәт ҡосағында булып та, нисек итеп йәйҙең һәм ялдың йәмен ебәрмәҫкә – бөгөнгө яҙмабыҙ ошо хаҡта.
Талпандар
Талпан – айырыуса хәүеф тыуҙырған бөжәк. Ул нервы системаһына етди зыян яһап, паразиттар менән зарарланыуға, хатта үлем осрағына килтергән сығанаҡ булыуы ихтимал. Улар араһында иң киң таралғаны – энцефалит һәм боррелиоз. Тәүгеһенән вакцина ярҙам итә, әммә ныҡлы иммунитет барлыҡҡа килеп өлгөрһөн өсөн, уны көҙ яһатыу яҡшыраҡ, ә боррелиозға ҡаршы вакцина юҡ. Бөтә талпандар ҙа зарарлы түгел. “Роспотребнадзор”ҙың урындағы идаралығы етәксеһе Анна Казак билдәләүенсә, тикшеренеүҙәр вируслы энцефалит менән зарарлы талпандарҙың – 0,5, боррелиоз менән 18,8 процент булыуын күрһәткән. Йәғни талпандар кешелә башлыса Лайм сире сәбәпсеһе булған боррелиялар менән зарарлы. Шуға күрә оҙайлы һәм ҡатмарлы дауалау курсы үтеүгә ҡарағанда, һаҡлыҡ саралары күреү күпкә отошло. Яҙ башланыу менән ҡала һәм райондарҙа хакимиәт һәм “Роспотребнадзор” белгестәре парктарҙы, скверҙарҙы, урман буйҙарын, балалар ял иткән лагерь биләмәләрен эшкәртә, әммә бының менән генә хәүеф тулыһынса юҡҡа сыҡмай, шуға күрә үҙ сәләмәтлегеңә иғтибарлы булырға кәрәк. Йәй уртаһына табан, көндәр ныҡлап эҫетеү менән, талпандарҙың әүҙемлеге кәмей төшә, әммә тулыһынса юҡҡа сыҡмай. Талпан ҡаҙалыу осраҡтары йәй буйы дауам итә, ә сентябрҙә улар тағы ла әүҙемләшеп ала. Шуға күрә походҡа барғанда, тәбиғәткә сыҡҡанда оҙон еңле, остары резинка менән нығытылған кейемгә өҫтөнлөк бирегеҙ. Күлдәкте – салбар эсенә, салбар балағын ойоҡбаш йәки итек эсенә тығып ҡуйығыҙ. Башығыҙға яулыҡ ябынығыҙ, муйынығыҙ ҙа ҡаплаулы булһын. Даими рәүештә үҙегеҙҙе һәм иптәштәрегеҙҙе тикшереп тороғоҙ. Әгәр талпан ныҡ ҡаҙалһа, үҙаллы сығарып маташмағыҙ. Яҡындағы поликлиникаға йәки травмпунктҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Тәндән алынған талпанды мотлаҡ анализ эшләтеү өсөн лабораторияға тапшырығыҙ.
Сысҡандар
Быйыл белгестәр кимереүселәрҙең артыуын билдәләй. Республикала әле үк улар менән бәйле бер нисә тиҫтә сир йоҡтороу осрағы теркәлгән. Йомшаҡ ҡына йән эйәләре – бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк сығанағы. Халыҡ телендә уны “сысҡан биҙгәге” йәки ябай ғына итеп “сысҡан ауырыуы” тип атайҙар. Башҡортостан был сир йәһәтенән донъя кимәлендә хәүефле урындарҙың береһе һанала. Уға ҡаршы вакцина юҡ, “бер стакан араҡы” ише халыҡ дауалары ярҙам итмәй, дауалауҙы ваҡытында башламау кешене инвалид итеүе, хатта үлемгә юлыҡтырыуы ихтимал. Статистикаға ярашлы, геморрагик биҙгәк менән башлыса шәхси секторҙа, урманлы ерҙә йәшәүселәр зарарлана, сирләүселәрҙең өстән ике өлөшө – ир-егеттәр. Табиптар быны ир-аттың тәмәкене йыш тартыуы менән аңлата. Баҡсала йәки ҡырҙа уны тота, быны тота һәм бысраҡ ҡулы менән яңылыш ауыҙына тейә. Был сирҙе кимереүселәрҙең экскременттары эләккән саң-туҙан, баҡсала эшләгән саҡта ҡулдағы бәләкәй генә яралар аша йәки сысҡан ҡағылған ризыҡты ашағанда йоҡторорға мөмкин, шуға күрә иң мөһим талап – гигиена ҡағиҙәләрен үтәү. Ҡала ситендәге йортоғоҙҙо йәки баҡса өйөгөҙҙө йыйыштырған саҡта битлек һәм бирсәткә кейегеҙ, иҙәнде дезинфекция саралары ҡулланып йыуығыҙ, тотонолмай ятҡан кейем-һалымды йыуып ҡулланығыҙ. Әгәр аҙыҡ-түлеккә сысҡан тейгәнен күрһәгеҙ, йәлләмәйенсә ташлағыҙ. Тәбиғәткә сыҡҡанда ризыҡтарығыҙҙы кимереүселәр теймәҫлек итеп урап һалығыҙ. Ҡулдарығыҙҙы мөмкин тиклем йышыраҡ йыуығыҙ.
Парһыҙ ебәк күбәләге
Башҡортостанға быйыл ҡурҡыныс бөжәк – парһыҙ ебәк күбәләге һөжүм итә. Ул беҙҙең урмандарға Ырымбур өлкәһенән килде. Был күбәләк, ағастарҙың япраҡтарын ашап, урмандарға ҙур зыян килтерҙе. Зыян күргән майҙан бик ҙур – яҡынса 500 мең гектар. Көньяҡ райондарҙа ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде. Парһыҙ ебәк күбәләге кеше өсөн ҡурҡыныс түгел, әммә ул иҡтисадҡа ҙур зыян килтерә. Ҡомһоҙ ҡарышлауыҡтар баҡсасыларҙы уңышһыҙ ҡалдырыуы ихтимал. Зыян күргән ағастың ҡороуы йәки оҙаҡ ваҡыт ауырыуы бар. Ҡарышлауыҡтар ағастың ҡабығын ашап бөткәс, ергә төшөп, үләндәрҙе, иген культураларын ашай башлай. Быйыл Башҡортостандың көньяҡ райондарында күп урында ағас япраҡтары тулыһынса ашалып бөтөп, урмандар яланғас ҡалды.Был афәткә ҡаршы авиация ярҙамында көрәшәләр: июнь дауамында самолеттан химикат һиптереп, урмандарҙы һәм яландарҙы эшкәрттеләр. Әммә әлегә парһыҙ ебәк күбәләге тулыһынса юҡҡа сыҡты, тип әйтеп булмай.
Үрмәкселәр
Беҙҙең тарафтарҙа төрлө ҙурлыҡтағы һәм төҫтәге экзотик үрмәкселәр – тарантулдар, һары сактар һәм башҡалар йышыраҡ осрай башланы. Хатта ағыулы ҡарағорт күреүселәр ҙә бар. Ғалимдар билдәләүенсә, климат үҙгәреү сәбәпле, был үрмәкселәр яңы биләмәләрҙе үҙләштерә. Беҙгә улар Ырымбур далаларынан килә. Күпселек үрмәкселәрҙең сағыуы үлемесле түгел, шулай ҙа эҙемтәһе булыуы ихтимал. Ағыу арҡаһында көслө ауыртыу, шешенеү, күңел болғаныу, баш әйләнеү күҙәтелеүе бар. Нисек кенә булмаһын, һаулығығыҙҙы һәм ғүмерегеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуймаҫ өсөн мөмкин тиклем тиҙерәк табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Үрмәкселәргә ҡаршы көрәштең аныҡ саралары юҡ. Талпан һәм сысҡандарҙан айырмалы рәүештә, улар һәр береһе айырым йәшәй, шуға күрә киң масштаблы ағыулау ойоштороп булмай. Әгәр үрмәксе күрһәгеҙ, хатта ҙур һәм ҡурҡыныс булһа ла, ғауғаға бирелмәгеҙ. Ул үҙе кешенән ҡурҡа, бөжәкте ҡуҙғытмаһағыҙ, беренсе булып ташланмай. Үрмәксене яланғас ҡул менән тотмағыҙ, сөнки бөжәк һаҡланыу сараһы күрәсәк. Иң ябай һәм һөҙөмтәле алым – берәй әйбер, мәҫәлән, банка менән ҡаплап, аҫтына ипләп кенә ҡағыҙ һалып, өйҙән мөмкин тиклем алыҫ урынға алып барып ташлағыҙ.
Бал ҡорто йәки һағыҙаҡ
Йәй көнө хәүеф-хәтәр тыуҙырған бөжәктәр бихисап, мәҫәлән, бал ҡорто йәки һағыҙаҡ сағыу ҙа насар эҙемтәгә килтереүе ихтимал. Уларҙың ағыуы айырыуса аллергияһы булған кешеләргә, ҡатын-ҡыҙға һәм балаларға ныҡ тәьҫир итә. Ғәҙәттә, бөжәк тешләгән урын шунда уҡ шешә. Бынан тыш, көслө ауыртыу тойоу, хатта тән температураһы күтәрелеү, күңел болғаныу, көҙән йыйырыу ихтималлығы ла бар. Бер генә бал ҡорто йәки һағыҙаҡ тешләүҙән артыҡ зыян булмай. Ә бына ҡапыл бер нисә бөжәк ябырылһа, ағыуланыу хәүефе арта. Барлыҡ кешеләрҙең 1-2 процентында ғына бал ҡорто ағыуына аллергия бар, ти белгестәр. Бына улар өсөн бер генә бөжәктең тешләүе лә үтә ҙур хәүеф менән янай. Шуны иҫтә тоторға кәрәк: аллергия реакцияһы бөжәктең һәр сағыуы һайын көсәйә бара. Тәүге мәлдә тын ҡыҫылыу, баш әйләнеү, йөрәк тибеше боҙолоу күҙәтелһә, артабан анафилактик шок хәленә етеү ихтималлығы бар. Был осраҡта нимә эшләргә? Иң тәүҙә ҡаяуҙы һурып алығыҙ (шуны ла белеү мөһим: һағыҙаҡтың ҡаяуы тәндә ҡалмай). Яра урынын перекись, һыу ҡушылған нишатыр спирты, йод йәки спиртлы ҡатнашма менән эшкәртегеҙ. Ағыуҙы ауыҙ менән һурмағыҙ – инфекция индереүегеҙ ихтимал. Зыян күреүсе күберәк һыу, шәкәрле ҡайнар сәй эсергә тейеш. Тән шешһә, һыуыҡ әйбер баҫығыҙ. Бөжәктәрҙең ағыуына аллергияһы булған кешеләр үҙҙәре менән һәр ваҡыт аллерголог тарафынан бирелгән паспорт һәм табип тәғәйенләгән препараттарҙы йөрөтөргә тейеш. Шуны ла белеү зыян итмәҫ: һағыҙаҡ бер ваҡытта ла кешене тота килеп сыҡмай, ул быны һеҙҙең тарафтан агрессия тойғанда һаҡланыу өсөн генә эшләй, шуға күрә буштан-бушҡа ҡулдарығыҙ менән һелтәнмәгеҙ. Тыныс булһағыҙ, бөжәк үҙе осоп китәсәк. Ә бына бал ҡорттары сәбәпһеҙ ҙә сағыуы ихтимал. Улар айырыуса тир еҫен яратмай. Әгәр ҡорт саҡҡандан һуң тәнегеҙ шешһә, температура күтәрелһә йәки башҡа симптомдар күҙәтелһә, мотлаҡ табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ!
Махсус битте Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА әҙерләне.