

Уҙған тәүлектә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары урманда аҙашҡан ике кешене эҙләргә сыға.
Нуриман районының Ҡыҙыл Шишмә ауылы эргәһендәге урманда 62 йәшлек ир кеше аҙаша. Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, ул төндө урманда уҙғара. Бөгөн иртәнсәк уны Павловка ауылында табалар.
Икенсе ғәҙәттән тыш ваҡиға Белорет районында теркәлә. Йылға буйлап ағыусы 52 йәшлек турист урманда йөрөп алырға була һәм аҙаша. Ҡотҡарыусылар уның менән даими бәйләнештә була, шул арҡала аҙашҡан турист тиҙ табыла һәм Белорет ҡалаһына оҙатыла.
Уҙған аҙнала 112 системаһына урманда аҙашыусылар тураһында 11 хәбәр килә. Юғалған 21 кеше лә иҫән-һау табыла.
Ошондай хәлдәргә тарымаҫ өсөн туристарға бер нисә кәңәш.
Аяҡ кейемегеҙ уңайлы, таймай торған табанлы, ныҡлы булһын. Баш кейеме алырға онотмағыҙ. Өҫтөгөҙгә сағыуыраҡ кейем һайлағыҙ, аҙашҡан осраҡта ҡотҡарыусыларға һеҙҙе эҙләп табыу еңелерәк буласаҡ.
Тәбиғәткә юлланғанда үҙегеҙ менән компас, бысаҡ, бер аҙ эсәр һыу һәм ризыҡ алығыҙ. Әгәр даими рәүештә дарыу ҡулланһағыҙ, был хаҡта ла алдан хәстәрлек күрегеҙ. Ашығыс хеҙмәттәрҙең телефон һандарын кеҫә телефонығыҙға яҙып ҡуйығыҙ.
Әгәр ҙә аҙашһағыҙ, паникаға бирелмәгеҙ. Тирә-йүнде иғтибар менән тыңлағыҙ – тауыштар, машина шауы, эттәр өрөүе ишетелмәйме. Әгәр ниндәй ҙә булһа тауыш ишетһәгеҙ, шул яҡҡа табан барығыҙ. Атлаған ыңғайы билдәләр ҡалдырығыҙ: ботаҡтарҙы һындырырға, таштарҙан уҡ яһап китергә, ҡыуаҡтарға сепрәк бәйләргә мөмкин. Мөмкин булһа, ағас башына менеп, тирә-йүнде байҡағыҙ. Бейектән йорттар, берәй юл күренеүе ихтимал, ул саҡта хәрәкәт йүнәлеше дөрөҫ билдәләнәсәк.
Әгәр ҡайһы яҡҡа барырға белмәһәгеҙ, шул урында ҡалығыҙ. Мөмкин тиклем нығыраҡ тауыш сығарырға тырышығыҙ. Мәҫәлән, таяҡ менән ағастарға һуғығыҙ, урманда шаңдау бик алыҫҡа тарала. Әгәр сығыу юлын таба алмаһағыҙ, ҡараңғы төшмәҫ элек йоҡлар урын хәстәрләгеҙ, ул ҡалҡыу, ҡоро ер йәки ҙур ағас булһын.
Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан.