Спорт һәм туризм
14 Июль 2021, 16:30

Йәш хоккейсыларға – форма

“Атайсал – кесе Ватан” республика проектына ярашлы, Саҡмағош районының “Метеор” командаһы спортсыларына хоккей формаһы һатып алынған.

Йәш хоккейсыларға – формаЙәш хоккейсыларға – форма
Йәш хоккейсыларға – форма

“Атайсал – кесе Ватан” республика проектына ярашлы, Саҡмағош районының Имәнлеҡул ауыл Советы биләмәһенең “Метеор” командаһы спортсыларына хоккей формаһы һатып алынған.

Проекттың бағыусыһы – Вадим Васильевич Соколов, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Базы” ойошмаһы директоры.

“Метеор”ҙа 9 – 18 йәшлектәр шөғөлләнә. Улар призлы урындар яулай, дүрт уйынсы район командаһы составында “Алтын шайба” кубогын яулаған. Форма команда уйынсыларын имгәнеүҙәрҙән ныҡлы һаҡлар өсөн кәрәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: “Атайсал – кесе Ватан” проектына республика етәксеһе Радий Хәбиров башланғыс бирҙе. Унда ауыл биләмәләре башлыҡтары, муниципаль хеҙмәткәрҙәр, төрлө кимәлдәге 54 депутат, фермер хужалыҡтары етәкселәре һәм эшҡыуарҙар – 100-ҙән ашыу кеше ҡатнаша. Яҡташтарҙы берләштергән был проект яҡташлыҡта ҙур көс бар икәнен иҫбат итеүгә ҡоролған. Мәрхәмәтлек программаларын тормошҡа ашырыр өсөн фекерҙәштәрҙе, тыуған яғы тормошона битараф булмағандарҙы эҙләүгә ярҙам итә.

Проект порталына 700-ҙән ашыу заявка килгән. Был республикала йәшәгән кешеләр генә түгел, башҡа төбәктәрҙә, хатта сит илдә ғүмер иткәндәр ҙә бар.

Фото: Саҡмағош районы хакимиәте.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас