

Башҡортостан Үҫеш корпорацияһы тәүге ярты йыллыҡта “Алға” махсус иҡтисади зонаһына дөйөм инвестиция күләме 8,5 миллиард һум булған өс яңы резидентты йәлеп итте.
“Беҙ даими рәүештә яңы резиденттар эҙләү менән шөғөлләнәбеҙ, бының өсөн белгестәребеҙ әленән-әле осрашыуҙар үткәрә”, – ти корпорацияның генераль директоры Наил Ғәббәсов. – Быйылғы 1 июлгә ҡарата “Алға” махсус иҡтисади зонаһы резиденты исеме туғыҙ инвесторға бирелде, уларҙың инвестиция күләме 18,2 миллиард һум тәшкил итә. Проекттары нигеҙендә 1 607 яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк.
Идарасы компания ошо майҙандағы инженерлыҡ һәм транспорт инфраструктураһын әҙерләне, уларға эксперт баһалары ла бар, электр селтәренә тоташтырыу буйынса ла тейешле килешеү эшләнде".
Белешмә өсөн: сәнәғәт-етештереү төрөндәге “Алға” махсус иҡтисади зонаһы 2020 йылда булдырылды, уның ҡуртымға яраҡлы майҙаны 385,2 гектар тәшкил итә. Уның өҫтөнлөктәре – һалым һәм таможня ташламалары, тышҡы инфраструктура булыуы, авто һәм тимер юл селтәре.
Фото: pravitelstvorb.ru.