Спорт һәм туризм
15 Июль 2021, 13:30

Республикаға 60 меңләп турист килгән

VI Бөтә донъя Фольклориадаһы ваҡытында теркәлгән күрһәткестәр ошоно һөйләй.

Республикаға 60 меңләп турист килгәнРеспубликаға 60 меңләп турист килгән
Республикаға 60 меңләп турист килгән

Башҡортостанда 3 – 10 июлдә Бөтә донъя фольклориадаһы уҙҙы. “Фестивалде үткреү Башҡортостан туризмының имиджын күтәреү өсөн бик яҡшы булды. Беҙҙең хаҡта донъяла бер ыңғайҙан бер миллиондан ашыу кеше белде. Был республиканың ҡунаҡсыллыҡ индустрияһына иғтибарҙы көсәйтте. Фестиваль республиканың бай мәҙәниәтенә, сәйәхәтселәр араһында билдәлерәк була барған этнография туризмына баҫым яһаны. Беҙҙә ҡунаҡтарға күрһәтә торған нәмә бик күп”, – ти  республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Эльмира Туҡанова.

Комитетҡа республиканың ҡала-райондарынан һәм Өфө ҡунаҡханаларынан килгән мәғлүмәткә ҡарағанда, 1 июлдән алып 12-һенә тиклем Башҡортостанда 57 845 турист булып киткән. Туроператорҙар билдәләгәнсә, был көндәрҙә туристик төркөмдәрҙә икенсе яҡтан килгән кешеләр күберәк булған. Улар Башҡортостандың тәбиғәт мөйөштәре менән танышып йөрөгән.

“Беҙгә 37 илдән килгән кешеләрҙең республиканың гүзәллеген тағы бер күрер өсөн яңынан килеренә шик юҡ. VI Бөтә донъя фольклориадаһы туризмды үҫтереүгә этәргес булды. Сара туристик миҙгелдең иң ҡыҙған осорона тура килде. Ул беҙҙәге музейҙарҙың мөмкинлеген, инфраструктураның, туризм өлкәһендәге персоналдың бик күп кешеләрҙе ҡабул итергә әҙерлеген күрһәтте. Төбәктәрҙә төрлө сараларға бәйле әүҙемлек – ул бик алдынғы йүнәлеш. Бындай сағыу ваҡиғалар эске төбәк-ара йүнәлештәрҙе лә көсәйтеп ебәрә”, - тип билдәләне Рәсәй туриндустрия союзының республикалағы бүлеге етәксеһе Кинйә Күскилдин.

Үткән йәйҙә Башҡортостанға ике миллион турист килгән булған. Быйыл да, киләһе йыл да, бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара сараларға бәйле, ошо осорҙа ҡунаҡтар һаны 25–30 процентҡа артыр тип көтөлә.

 

Фото: Туризм буйынса дәүләт комитеты.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас