

4 – 11 июлдә Краснодарҙың “Чемпион” комплексында спорт гимнастикаһы буйынса V йәйге Рәсәй йәштәре спартакиадаһы финалы булды. Унда илдең 42 төбәгенән иң көслө 180 гимнаст ҡатнашты.
Ярышта Башҡортостан йыйылма командаһы ла уңышлы сығыш яһап, өсөнсө урын яуланы. Республиканан Спартакиада финалына Стәрлетамаҡ ҡалаһының олимпия резервындағы спорт мәктәбе спортсылары Сабина Ҡайғолова, Полина Суховерская, Лариса Семниева һәм Өфөнөң 16-сы спорт мәктәбенән Арина Хәбирова барҙы. Беҙҙең гимнастар Краснодар, Мәскәү ҡалалары спортсыларынан ғына ҡалышты.
Мәғлүм булыуынса, V йәйге Рәсәй йәштәре спартакиадаһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проекты нигеҙендә уҙғарыла. 15 майҙан 29 авгусҡа тиклем илдең 13 төбәгендә Спартакиаданың финал этабы сиктәрендә 41 спорт төрө буйынса ярыш ойошторола. Финалда 14 меңдән ашыу спортсы һәм тренер ҡатнаша.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/123362
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/123362