

Өфөнән Иван Тихонов бокс буйынса Европа беренселегендә алтын миҙал яуланы, тип хәбәр итә Башҡортостандың Спорт министрлығы.
1 – 12 июлдә Грузияның баш ҡалаһында 15-16 йәшлектәр араһында бокс буйынса Европа беренселеге үткәрелде. Ярыштарҙа донъяның 30 иленән, шул иҫәптән Рәсәйҙән 115 ҡыҙ һәм 224 егет үҙ көсөн һынап ҡараны. Саралар 46-нан 80 килограмға тиклемге 13 ауырлыҡ үлсәмендә үткәрелде. 16 йәшлек Иван Тихонов 63 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә үҙ көсөн һынап ҡараны. Ул ярымфиналда Грузия вәкиле Сартании Мумукинан көслөрәк тип танылды. Финалда ул Италия спортсыһы Самуэл Джиджлиотта менән осрашты һәм, ышаныслы ғына уйнап, судьяларҙың берҙәм фекере менән еңеүсе тип танылды. Иван Тихонов Башҡортостан Республикаһының Николай Валуев исемендәге Олимпия резервы спорт мәктәбендә шәхси тренеры Юрий Шокуров етәкселегендә шөғөлләнә. Әйткәндәй, Ивандың беренсе тренеры – Рәмил Хөснөтдинов.
Айһылыу НИЗАМОВА әҙерләне.