

Өфө художество галереяһында билдәле фоторәссам Рәйеф Баҙыҡовтың “Тормош моңо” тип аталған юбилей күргәҙмәһе асылды. Унда исеме Башҡортостан фотожурналистикаһы тарихына тәрән уйылған оҫтаның уҙған быуаттағы 80-се йылдарҙан бирле тупланып килгән иң яҡшы хеҙмәт емештәренең бер өлөшө менән танышырға мөмкин.
Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республика Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы һәм Башҡортостан фоторәссамдарының Рафаэль Исламов исемендәге конкурсы лауреаты Рәйеф Баҙыҡов Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы йылдарҙа Йәрмәкәй районының Исламбахты ауылында тыуып үҫкән. Фоторәссам булараҡ хеҙмәт юлының башы ярты быуаттан ашыу ваҡыт элек ҙур тираж менән баҫылған “Голос строителя” гәзите редакцияһы менән бәйле. Артабан иһә Рәйеф Карам улы бер нисә йыл Өфө ҡалаһы тормошон сағылдырған “Вечерняя Уфа” гәзитендә тәжрибә туплаған һәм, ниһайәт, 1983 йылда ғүмеренең 40-ҡа яҡын йылын арнаясаҡ редакцияға – “Советская Башкирия” (хәҙерге “Республика Башкортостан”) ижтимағи-сәйәси гәзитенә – эшкә килгән.
Эйе, беҙ уны тәү сиратта рәсми сараларҙы, байрамдарҙы һәм башҡа ваҡиғаларҙы төшөрөп йөрөүсе өлгөр фотохәбәрсе тип беләбеҙ. Әммә Рәйеф Карам улының пейзаждары, этюдтары һәм башҡа жанрҙағы ижади эштәре лә һоҡланып туйғыһыҙ. Һәр ҡайһыһында – оло мәғәнә, юғары оҫталыҡ, ҡабатланмаҫ матурлыҡ. Юҡҡа ғына был рәссамдың шәхси күргәҙмәләре Рәсәйҙә генә түгел, Ҡытайҙа (1993 йыл), Төркиәлә (2006 йыл), Францияла (2010 йыл) ла ойошторолоп, ҙур уңыш ҡаҙанмағандыр.
Әйткәндәй, Рәйеф Карам улы, ҡайҙарҙа ғына булмаһын, тыуған яғын, туған халҡын барыһынан ғәзизерәк күрә. Был турала һөйләгәндә Йәрмәкәй ауылындағы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында һәм Исламбахты ауылының социаль-мәҙәни үҙәгендә яҡташтарына бүләк рәүешендә даими экспозицияларын ҡуйыуы хаҡында әйтеп үтеү ҙә етәлер. Республикабыҙҙың гүзәллеген һынландырған шундай уҡ фотокүргәҙмәһе Башҡортостандың Ҡаҙағстандағы вәкиллегендә лә асылған икән.
Рәссамдың 75 йәшлек юбилейына арналған сараны асыу тантанаһына киң мәғлүмәт сараларынан хеҙмәттәштәре, мәҙәниәт һәм сәнғәт белгестәре, рәсми вәкилдәр ҙә килгәйне.
– Ниндәй генә фотоһүрәтен ҡарама, барыһынан да яҡтылыҡ, яҡшы кәйеф, йәшәү дәрте бөркөлә. Улар донъяның ҡайһы төбәгендә ҡуйылһа ла, Башҡортостанда төшөрөлгәне, тыуған еребеҙгә һәм туған халҡыбыҙға бағышланғаны әллә ҡайҙан танылып тора, – тине республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Раил Әсәҙуллин. – Йөрәктәргә тәьҫир итеүсе, күңелдәрҙе дауалаусы бындай үҙенсәлекле эштәрҙе йәмәғәтселеккә йышыраҡ күрһәтергә кәрәк.
Рәйеф Баҙыҡовтың “Тормош моңо” күргәҙмәһе 23 авгусҡа тиклем эшләйәсәк.
- Даян МӘЖИТОВ.

