

* Спорт – депрессия, диабет һәм инсульт кеүек ауырыуҙарҙан иҫкәртеү сараһы.
* Өлкән йәштәгеләр өсөн иң файҙалы спорт төрҙәре – бадминтон, йөҙөү, велосипедта йөрөү.
* Халыҡ-ара олимпия комитеты стандарттары буйынса, Олимпия уйындары үткәрелгән бассейндағы һыу температураһы Цельсий шкалаһы буйынса 27-28 градус булырға тейеш.
* Өҫтәл теннисы тубының ауырлығы – 2,5 грамм.
* Футбол буйынса барлыҡ донъя чемпионаттарында ҡатнашҡан берҙән-бер ил бар. Ул – Бразилия.
* “Detroit Free Press” үткәргән тикшереүҙәргә ярашлы, профессиональ хоккейсыларҙың 68 проценты уйын боҙонда берәр тешһеҙ ҡалған.
* Рәсәйҙең футбол буйынса йыйылма командаһы өсөн иң күп матчтарҙа Виктор Онопко ҡатнашҡан. Ул 1992 – 2004 йылдарҙа 108 матчта үҙ көсөн һынап ҡараған.
* Ватикандың футбол буйынса йыйылма командаһы үҙ тарихында бер генә матч үткәргән. Монако йыйылма командаһына ҡаршы был уйын 0:0 иҫәбе менән тамамланған.
* Профессиональ волейболсы һуҡҡан туп сәғәтенә 130 километрға тиклемге тиҙлек менән осорға, ә хоккейсы сәкәне менән осорған шайбаның тиҙлеге сәғәтенә 160 километр тәшкил итергә мөмкин.
* Башҡалар менән сағыштырғанда, совет спортсыһы Александр Медведь ирекле көрәш буйынса иң күп уңыштарға өлгәшкән – донъя кимәлендәге 10 чемпионатта еңеп сыҡҡан.
* Иң етеҙ кеше тип Ямайканан Усейн Болт танылған. 2000 йылда ул 100 метр арауыҡты – 9,58, ә 200 метр арауыҡты 19,19 секундта үткән.
Айһылыу НИЗАМОВА.