

Футболсы Андрей Луневты “Зенит” командаһы уйынсыһы тип беләләр. Әммә ул 2015-2016 йылдарҙа “Өфө” командаһында ла уйнағайны. 2016 йылдың 11 сентябрендә Башҡортостан командаһы составында Премьер-лигала төп ҡапҡасы булғайны.
Күптән түгел “Зенит”тың голкиперы Андрей Лунев Германия клубы “Байер” менән килешеү төҙөнө. Шулай итеп, футболсы үҙе дүрт йыл ярым уйнаған команда менән хушлашты. 29 йәшлек спортсы менән ирекле агент булараҡ килешеү 2023 йылдың 30 июненә тиклем төҙөлгән. “Байер”ҙың спорт директоры Симон Рольфес аңлатыуынса, клубҡа тәжрибәле голкипер килгән, тип хәбәр итә “Спорт-экспресс” сайты.2018/19, 2019/20, 2020/21 уйын миҙгелдәрендә Андрей Лунев Санкт-Петербург командаһы менән берлектә өс тапҡыр Рәсәй чемпионы булып танылғайны һәм 2019/20 уйын миҙгелендә бер тапҡыр ил кубогын яулағайны. Бынан тыш, ул Рәсәйҙең йыйылма командаһы составында ете матчта ҡатнашты.
Айһылыу НИЗАМОВА әҙерләне.