Спорт һәм туризм
16 Июль 2021, 11:06

Күнекмәләр йәйен дә дауам итәсәк

Әле юлаевсылар нимә менән шөғөлләнә?

Йәйҙең иң йәмле осоро. Тәү ҡарамаҡҡа ошондай ҡояшлы, эҫе миҙгелдә хоккей уйнамайҙар кеүек. Әммә профессиональ хоккейсылар спорттың был төрө буйынса әҙерлекте йыл әйләнәһенә дауам итә, тип әйтергә мөмкин. Яратҡан командабыҙ “Салауат Юлаев” уйынсылары ла, бер аҙ ял итеп алғандан һуң,  буласаҡ ярыштарға әҙерлекте башланы.

Башта башҡорт командаһы уйынсылары, ғәҙәттәгесә, Республика кардиология үҙәгендә һәм башҡа медицина ойошмаларында тикшереүҙәр үтте. Артабан улар 29 июлгә тиклем Өфөлә Континенталь хоккей лигаһының 14-се миҙгеленә әҙерләнәсәк. 30 июлдә “Нефтехимик” ко­ман­даһы менән иптәштәрсә уйнаясаҡтар. Артабан миҙгелдән һуңғы уйындар Баш­ҡорт­остандың баш ҡалаһында уҙғарыласаҡ.

Көйәрмәндәр өсөн матур яңылыҡ бар: 10 августа “Өфө-Арена”ла Башҡортостан Республикаһы кубогына турнир башлана. 18 августа юлаевсылар Ҡазанға Гагарин кубогын яулаусылар турнирына юллана. 28 августа Өфөлә иһә “Металлург” коман­даһы менән осрашыу планлаштырылған.

Әйткәндәй, Континенталь хоккей лигаһы 14-се миҙгелдә үҙ боҙондағы  беренсе матчтар теҙмәһен көйәрмәндәр иғтиба­рына тәҡдим иткән.

Шулай итеп, 3 сентябрҙә Континенталь хоккей лигаһының яңы миҙгеле башлана. Юлаевсылар ситтә “Барыҫ” командаһы менән осрашасаҡ.

9 сентябрҙә “Салауат Юлаев” коман­даһы “Өфө-Арена”ла уйын үткәрә. Томи Ламсаның тәрбиәләнеүселәре Мәскәүҙең “Спартак” командаһы хоккейсылары менән осрашасаҡ.

Башҡортостан хоккей мәктәбенә килгән­дә, көйәрмәндәр өсөн йәнә бер ҡыуаныслы яңылыҡ теркәлде: күптән түгел Стэнли кубогының бишенсе матчы тамамланды. Андрей Василевский уйнаған “Тампа Бэй Лайтнинг” үҙ боҙондағы матчта “Монреаль Канадиенс” командаһын 1:0 иҫәбе менән еңеп, финал серияһында иҫәпте үҙ файҙа­һына 4:1 итте. Матчтың һуңғы серияһында хоккейсы ҡапҡаға барыһы 22 шайба ташланы.

Шулай итеп, башҡорт хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Андрей Василевский Рәсәй ҡапҡасылары араһында иң беренсе булып “Конн Смайт Трофи” призын яуланы. Ә ул Милли хоккей лигаһы плей-офының иң баһалы уйынсыһына бирелә.

Голкипер “Матч ТВ” каналына Стэнли кубогын Өфөгә алып килеү теләге хаҡында белдергән.

– Былтыр миңә атай-әсәйем килгәйне һәм Стэнли кубогын күргәйне. Быйыл ҡа­ғиҙәләр ниндәй булырын белмәйем, уны Американан сығарырға рөхсәт итерҙәрме икән? Рәсәйгә алып килергә мөмкинлек бирерҙәрме? – тип үҙ тәьҫо­рат­тарын белдергән Милли хоккей лигаһы плей-офының иң баһалы уйынсыһы. – Ә былай Стэнли кубогын туған Өфө ҡа­лаһына килтерергә теләр инем. Тик башта ҡағиҙәләрҙе асыҡларға кәрәк. Яҡын арала улар билдәле булыр, тип уйлайым.

Әйткәндәй, бик популяр спорт төрө булараҡ, хоккей менән шөғөлләнеү сәләмәтлек өсөн файҙалы. Өҫтәүенә, ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.

P.S. Мәҡәлә баҫмаға әҙерләнгәндә Андрей Василевскийҙың Стэнли кубогын Рәсәйгә килтерә аласағы тураһында  билдәле булды. Был хаҡта билдәле хоккей агенты Дэн Мильштейн хәбәр итте.

Айһылыу НИЗАМОВА.

Читайте нас