

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.
Урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә төрлө яҡлап булышлыҡ итеү менән бер рәттән, район-ҡала хакимиәттәрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә.
Ошо көндәрҙә Белорет районы хакимиәтендә онлайн режимда уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә урында тормошҡа ашырыласаҡ мөһим инвестиция проекты ҡаралды.
Йүнсел ағас киптереү буйынса эш асып, аҙ һәм күп ҡатлы йорт төҙөүсе компаниялар менән хеҙмәттәшлек итергә планлаштыра. Киптерелгән төҙөлөш материалын ул шулай уҡ йыһаз етештереүсе шәхси эшҡыуарҙарға ла һатырға күҙаллай.
Бөгөн уның прессы, «Maspelli» заманса киптереү камераһы аналогы һаналған 7500000 һумлыҡ «Вектор-1» вакуумлы киптереү камераһы бар.
Маҡсаттарын тормошҡа ашырыу өсөн эшҡыуарға ер участкаһы, буш бина һайлауҙа ярҙам, урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты субсидиялау буйынса программала ҡатнашыу өсөн консультация биреләсәк.
Фото: vacuums.ru
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан