

Һәр райондың социаль-иҡтисади именлеге, унда төпләнеп, үҙ эшен булдырып йәшәгән уңған кешеләргә лә бәйле. Ҡыйғы районында ла уңғандар бихисап. Беҙ уларҙың береһе – эшҡыуар Рим Мөхәмәтдинов менән таныштыҡ. Ул 2013 йылда ағас эшкәртеү менән ныҡлап шөғөлләнә башлаған.
Рим Радик улы сығышы менән Ҡыйғы ауылынан. Урта мәктәптән һуң Ҡыйғы урта һөнәри училищеһын тамамлап, “МПМК” төҙөлөш предприятиеһына балта оҫтаһы булып эшкә урынлашҡан. 1995 йылда уны хәрби хеҙмәткә алалар. Армияла эске ғәскәрҙәр сафында водитель булып хеҙмәт итә. Тыуған еренә ҡайтҡас, оҙаҡҡа һуҙмай кәләш тә алып ебәрә. Бөгөн ул – өс бала атаһы...
Бер ҡарауға ябай тормош юлы кеүек, әммә Рим Радик улына ла 90-сы йылдарҙағы барлыҡ ауырлыҡты үҙ башынан үткәрергә тура килә. 2003 йылда ул эшендә ҡыҫҡартыуға эләгә, ә ғаиләне ҡарарға кәрәк. Шуға ла ул, күп ир-егеттәр кеүек үк, эш эҙләп сығып китә. Үҙе булдырған төҙөлөш бригадаһы менән Рәсәйҙең ниндәй генә ҡалаларында, төбәктәрендә булмай ул. Әммә бер көн бындай тормош менән ғүмер буйы йәшәү мөмкин булмағанын аңлап, машинаһын һата ла пилорама һатып ала: ихатаһында таҡта, бурса быса башлай.
Тик күршеләренә был оҡшамай, улар ялыу яҙа. Шуға ла ситтән ер алып, таҡта бысыу эшен дауам итә. Бергә эш алып барған уҙаҡташы менән 300 мең һум күләмендә субсидия алып, арболит етештерә башлайҙар. Тик уларҙың борсағы бешмәй, юлдары айырыла.
Рим Радик улына эште йәнә яңынан башларға тура килә. Ул, район хакимиәте ярҙамында яңы урын алып, ағасты тәрән эшкәртеүҙе яйға һала. Бөгөн предприятие йорт комплекттары, бура, төҙөлөш материалы, ағастан төрлө йыһаз һәм көнкүреш кәрәк-ярағы етештерә. Ағас киптереү цехы ла бар, был иһә сифатлы мебель етештереүгә булышлыҡ итә.
“Бөгөн ниндәй мәсьәлә борсой?” – тип ҡыҙыҡһындым эшҡыуарҙан. “Эш юҡ”, тип йөрөгәндәр күп, әммә эшләргә теләгәндәр юҡ”, – тине Рим Радик улы.
Рәмилә МУСИНА. Автор фотолары.