Спорт һәм туризм
16 Июль 2021, 12:30

Һулар һауабыҙҙы кем бысрата?

Тирә-яҡ мөхитте бысратҡан предприятиелар вәкилдәренең береһе лә “түңәрәк өҫтәл”гә килмәгәйне...

Һулар һауабыҙҙы кем бысрата?Һулар һауабыҙҙы кем бысрата?
Һулар һауабыҙҙы кем бысрата?

Бөгөн Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса совет “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында Өфөләге һауа таҙалығы мәсьәләләренә арналған “түңәрәк өҫтәл” үткәрҙе.

Совет рәйесе Владимир Барабаш, Дәүләт аналитик контроль идаралығы директоры Валентина Сәфәрова, Ҡулланыусы хоҡуҡтарын һәм кеше именлеген яҡлау буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостандағы идаралығының коммуналь гигиена бүлеге етәксеһе Лариса Кильдюшова һәм башҡа белгестәр һауа торошона көндәлек мониторингтың нисек үткәрелеп тороуы, тирә-яҡ мөхитте бысратыу ихтималлығы булған предприятиеларҙы даими тикшереүҙәре тураһында һөйләне.

Был “түңәрәк өҫтәл” Өфөлә һауа сифатының насарайыуы, химик һәм башҡа еҫтәр миҡдарының артыуы буйынса халыҡтан ялыуҙар күбәйеүенә бәйле ойошторолдо.

"Беҙ һауа сифатына көн һайын мониторинг үткәрәбеҙ, йыш ҡына күсмә лаборатория ла эшкә ҡушыла, – тине Валентина Сәфәрова. – Өфөләге Ҡашҡаҙан күле янында автоматик станция бар, быларҙың барыһынан да мәғлүмәт алып торабыҙ. Ялыуҙар кигәс тә тикшерергә барабыҙ һәм яһалған һығымта идаралыҡтың сайтында бөтәһе лә уҡый алһын өсөн урынлаштырыла. Һауаға бысраҡ ташлаған сығанаҡтар күп булырға мөмкин: химик предприятие, коммуналь хужалыҡ, сүп өйөмдәренең яныуы һәм башҡалар".

Сығыш яһаусылар билдәләгәнсә, экологик талаптарҙың күҙәтелеүенә өлгәшеү еңелдән түгел: предприятиеларға инергә рөхсәт алырға, тикшерергә, уларҙың ғәйебе бар икәнен иҫбатларға кәрәк, һалынған штрафтар ҙур түгел һәм улары ла федераль ҡаҙнаға китә. Тирә-яҡ мөхитте бысратҡан предприятиелар вәкилдәренең береһе лә “түңәрәк өҫтәл”гә килмәгәйне. “Башнефть” компанияһынан ебәрелгән яуап ҡына билдәле булды: тикшереү тамамланмаҫ борон һығымта яһарға иртәрәк, тигән ул.

Был проблемаға арналған тулыраҡ мәҡәләне гәзитебеҙҙең алдағы һандарының береһендә уҡырһығыҙ.

Фото: bashinform.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас