Спорт һәм туризм
16 Июль 2021, 10:42

Улар бәхет серен белә

Әминевтәр ғаиләһенән күпкә өйрәнергә мөмкин.

Республикабыҙ уңған, тырыш һәм һоҡланғыс кешеләргә бай. Райондарға сыҡҡан һайын шундай егәрле кешеләр менән танышып, ҡыуанып ҡайтаһың. Ишембай районында командировкала булғанда беҙгә Петровский ауылында йәшәгән эшҡыуар Рәфит Әминев һәм уның матур ғаиләһе менән танышырға насип итте.

Сит ерҙә солтан булғансы...

 Егәрленең уңғанлығы тупһанан уҡ күренә, тиҙәр. Был һүҙҙәр Рәфит Абдулхаҡ улы тураһында әйтелгән, сөнки уның зауыҡлы йорто әллә ҡайҙан күҙгә салынып, унда уңған кешеләр йәшәүе хаҡында һөйләй. Был өйҙә ҡунаҡтарға, туғандарға ишек һәр саҡ асыҡ. Йорт хужабикәһе Әлфинә Ғилемхан ҡыҙының өҫтәленән йылы аш, тәмле бәлештәр өҙөлмәй. Егәрле ханым йортто бөхтә итеп тоторға ла, иренә ярҙамлашырға ла өлгөрә. Йәштәре апа­руҡ булһа ла, йәштәр көнләшерлек итеп донъя көтә Әлфинә апай менән Рәфит ағай. Әминевтәргә бындай етеш тормош күктән яумаған, ә тырыш хеҙмәт емеше ул.

Рәфит Абдулхаҡ улы Ишембай районының  Ҡыяуыҡ ауылында 1957 йылда тыуған. Ауылда урта мәктәпте тамамлағас, 1975 – 1977 йылдарҙа Чехословакияла хеҙмәт иткән.

– Армия сыныҡтырҙы, ауыр булһа ла, донъя күреп ҡайттыҡ. Беҙҙең кеүек ауыл балаларына әл­лә ни ҡыйын да булманы, ә бына ҡала егеттәре интекте инде, – тип хәрби хеҙмәт бурысын үтәгән йыл­дарҙы иҫкә алды Рәфит Абдулхаҡ улы.

Ул осорҙа егеттәр күп осраҡта хәрби хеҙмәтте үтеп ҡайтҡас, уҡыуын дауам иткән. Рәфит Әминев тә Өфө урман техникумына техник-механик һөнәренә уҡырға инә. Студент йылдарында тормош иптәшен, ошонда уҡ белем алған Кушнаренко районының Ҡамышлы ауылы ҡыҙы Әлфинә Ғилемхан ҡыҙын осрата ла инде. Йәштәр студент саҡта уҡ өйләнешә.

1981 йылда ҡулына диплом алған Әминевтәр ғаиләһен йүнәлтмә буйынса Иркутск өлкәһендәге леспромхозға эшкә ебәрәләр. Унда ҡыҙҙары Гүзәл донъяға килә. Дүрт йыл йәшәгәндән һуң, балаға климат шарттары килешмәүгә бәйле, Башҡортостанға ҡайталар.

Ул заманда белгестәргә эш табыуы ауыр булмай: Рәфит Әминевкә лә, Стәрлетамаҡ урман берлегенә эш һорап барыу менән, Ермолаевка урман хужалығына юллама бирәләр.

Ваҡыт тигәнең күҙ асып йомған­сы үтә лә китә, Әминевтәр ғаиләһе 20 йыл Ермолаевкала йәшәп ала. Тормоштары матур барһа ла, йылдар үткән һайын Рәфит Абдулхаҡ улын тыуған яғы нығыраҡ тарта. Шулай итеп, 2005 йылда улар Ҡыяуыҡтан ете саҡрымда ятҡан Петровский ауылында төпләнергә ниәтләй. Ишембайҙа эшкә саҡыр­һалар ҙа, улар үҙҙәренең эшен асырға ҡарар итә. Туплаған аҡсаларына пилорама алалар.

– Ул ваҡытта ағас алыу еңел ине. Ишембай районында эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү уңайлы, тип әйтер инем, сөнки бер түгел, өс ҡала яҡын урынлашҡан. Беҙ ҙә ошо ҡалаларҙағы предприятиелар менән килешеү төҙөп, хеҙмәттәшлекте юлға һалдыҡ, уларҙы төҙөлөш материалдары менән тәьмин иттек. Эш башлаған саҡта ер алыу ауырлыҡтар тыуҙырҙы, – ти Рәфит Абдулхаҡ улы.

Әлфинә апайҙың ҡаҙыһы телеңде йоторлоҡ

 Алдан уҡ әйтеп үтеүебеҙсә, Әлфинә апай – Рәфит ағайҙың төп терәк-таянысы, алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы ул. Хужаның барлыҡ башланғыстарын да хуплап, ярҙам итеп тора. Ҡышын ғаилә йылҡы итенән ҡаҙылыҡ әҙерләп һата, был йәһәттән Әлфинә апайҙың ҡаҙылыҡ етештереү оҫтаһы тигән даны тирә-яҡҡа таралған. Ермолаевкала йәшәгәндә Маһира Әминева хужабикәне ҡаҙылыҡ эшләргә өйрәткән. Тәүҙә үҙҙәре өсөн генә етештергәндәр, аҙаҡ, һораусылар күп булғас, һатыуға ла әҙерләй башлағандар.

Башҡорттарҙың боронғо рецепты буйынса сей йылҡы итенән эшләнгән ҡаҙыны һәр кем эшләй алмай, ә бына Әлфинә апайҙыҡы шәп килеп сыға. Әгәр ҙә дәүләттән ярҙам булһа, ҡаҙылыҡ етештереү буйынса цех асыу уйы ла бар уның.

Әлфинә Ғилемхан ҡыҙы Ермолаевкала урман хужалығында мастер, урындағы эске эштәр бүле­гендә паспортистка була. Аҙаҡ Техник инвентаризациялау бюроһында эшләп, хаҡлы ялға сыға. Әле 62 йәштә булһа ла, ҡул ҡаушырып ултырмай, теплицала ҡыяр үҫтереү, еләк питомнигын хәстәрләү эштәре – уның хеҙмәт емеше. Әминевтәрҙең питомнигында үҫкән еләкте Стәрлетамаҡ, Ишембай, Салауат ҡалаларынан килеп йыйып алалар.

 Ярҙамсыллыҡҡа ни етә!

 – Беҙҙең предприятиела 12-15 кеше даими мәшғүл, миҙгел эштәренә ялланғандар ҙа бар. Йомала пилорамала эшләгән хеҙмәт­кәрҙәрҙе бушлай ашатабыҙ, – ти Рәфит Әминев.

Һәр предприятиеның уңышы уның хеҙмәткәрҙәренең намыҫлы эшенә бәйле. Был йәһәттән ойошма етәксеһе тракторсы Әнүр Абдрафиҡовты, водитель Илдар Һәүбәновты, станок операторы Юлия Татарченкованы, ирле-ҡатынлы станок операторы Наталья Исмәғилеваны һәм пилорама операторы Радик  Йәрмөхәмәтовты уңғанлығы өсөн маҡтап телгә алды.

Әминевтәр ауыл һәм район тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Былтыр Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап, йорттары алдында Еңеү паркы булдырғандар. Паркка ҡарағай һәм миләш ағастары ултыртып, уны кәртәләп, буяп ҡуйғандар. 

Әминев предприятиеһы оло йәштәге кешеләргә, эшселәренә буш­лай утын бирә, төҙөлөш материалы өсөн дә ташлама яһай. Урын­дағы мәсеткә, мәктәпкә, бала­лар баҡсаһына, ауыл биләмәһе ха­ки­миәтенә һәр саҡ ярҙам итеп тора. Мәҫәлән, былтыр Пет­ровский­ҙа  колонкаларҙы төҙөклән­дереүҙә ярҙамлашҡан. Һабантуй кеүек саралар ҙа уларҙың ярҙа­мынан тыш үтмәй, төҙөлөш материалы менән дә тәьмин итеп торалар. Шуға ла 2016 йылда Рәфит Әминев предприятиеһы районда “Иң яҡшы хужалыҡ” исеменә лайыҡ булған.

Хужалыҡта техниканы яңыртыу өсөн Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы ярҙамында субсидия алғандар. Урманды иһә аукцион аша һатып алалар, хужалыҡ йылына бер мең кубометр ағас эшкәртеүгә һәләтле.

Төҙөлөш материалдарына хаҡ артыуына ҡағылышлы һорау биргәс, Рәфит Абдулхаҡ улы: “Бөтә әйбергә хаҡ артты, был таҡта кеүек төҙөлөш материалдарында ла сағылыш тапты”, – тип аңлатты.

Ауылда эш күп

 Әминевтәр ғаиләһе тағы ла оло ҡыуаныс кисергән – 20 йыл Өфөлә торған ҡыҙҙары Гүзәл менән кейәүҙәре Валерий Исламовтар ярҙамға ҡайтҡан. “Улар күсеп килгәс, рәхәт булып ҡалды, Өфө тип сапмайбыҙ. Арсен ейәнебеҙҙең үҫеүен күреү – ҙур бәхет, хатта йәшәреп киттек”, – ти улар.

– Тормош юлында төрлө кеше осраны, әммә үҙең яҡшы уйҙа бул­һаң, һиңә лә һәйбәт ҡарайҙар. Тормоштан ҡәнәғәтмен, үҙемдең  һө­н­ә­рем буйынса эшләйем. Ҡаты­ным­дан уңдым. Әлфинә менән һәр саҡ үҙ-ара аңлашып, бер-беребеҙгә терәк-таяныс булып, татыу йәшә­нек.

Балалар ҙа өмөттө аҡлай, ҡаланы ҡалдырып ҡайтыуҙарына ҡыуандыҡ. Етәкселек беҙҙе аңлай, ярҙам итеп тора.

Ауылда эш күп, теләк булғанда, рәхәтләнеп эшләргә мөмкин. Беҙгә ҡалалар яҡын урынлашҡан, ҡала халҡына төрлө емеш-еләк үҫтереп һатырға мөмкин. Хәҙер ауылда етеш­терелгән тәбиғи аҙыҡ-түлеккә һорау ҙур, ҡала халҡы сифатлы ри­­зыҡты хуп күрә. Һәр кем был донъя­ла яратҡан эшен, тормош ип­тәшен табып, бәхетле йәшәһен, тип теләйем, – ти Рәфит Абдулхаҡ улы.

Рәмилә МУСИНА. Автор фотолары. 

Читайте нас