Спорт һәм туризм
20 Июль 2021, 06:00

Башҡортостан егеттәре зәңгәр күкте яулай

Республикабыҙҙың дельтапланда осоусылары Рәсәй чемпионатының бронза призерҙары булып танылды. 

Башҡортостан егеттәре зәңгәр күкте яулайБашҡортостан егеттәре зәңгәр күкте яулай
Башҡортостан егеттәре зәңгәр күкте яулай

Республикабыҙҙың дельтапланда осоусылары Рәсәй чемпионатының бронза призерҙары булып танылды.

10 июлдән 18-енә тиклем Пятигорск ҡалаһының Юца тауы итәгендә моторһыҙ дельтапланда осоу буйынса Рәсәй Кубогына чемпионат үтте. Был ярыштарҙа Башҡортостандан өс спортсы – Азат Мәсәлимов, Руслан Шәйәхмәтов һәм Рәмил Баҙыҡшанов ҡатнашып, уңышлы сығыш яһаны. Һөҙөмтәлә республикабыҙ командаһы Рәсәй чемпионатының бронза призерҙары булып танылды. Улар Мәскәү ҡалаһы һәм Свердловск өлкәһе командаларынан ғына бер аҙға ҡалышты.

Спорт класына үткән ярыштарҙа Башҡортостан командаһының капитаны, Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры Азат Мәсәлимов беренсе урынды яуланы һәм 11-се тапҡыр Рәсәй чемпионы булып танылды. Шулай уҡ Башҡортостан спортсыһы Рәмил Баҙыҡшанов өсөнсө урынға лайыҡ булды.

Зәңгәр күктә ҡоштар менән ярышып осоуҙы үҙ иткән спортсыларҙы еңеүҙәре менән ҡотлап, киләсәктә лә уңыштар, яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ.

Ошоноң ише спорт саралары Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проекты ҡуйған талаптарға тулыһынса яуап бирә.

 

Фотолар: Азат Мәсәлимовтың шәхси архивынан.

 

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас