Спорт һәм туризм
21 Июль 2021, 10:30

Ауырғазы тәбиғәте туристарҙы йәлеп итә

Туристар, онлайн-марафонда ҡатнашып, бүләк отоу мөмкинлегенә эйә.

Ауырғазы тәбиғәте туристарҙы йәлеп итәАуырғазы тәбиғәте туристарҙы йәлеп итә
Ауырғазы тәбиғәте туристарҙы йәлеп итә

Ауырғазы районының туристарҙы йәлеп иткән күркәм һәм иҫтәлекле биләмәләре #выбирайбашкортостан онлайн-флешмобында ҡатнашыусыларҙың фото-видеокамералары объективына эләкте.

Мәғлүм булыуынса, социаль селтәрҙә акцияны июль башында билдәле блогер Рәйес Ғәбитов республикала эске туризмды үҫтереү маҡсатында башлап ебәргәйне. Туристар, онлайн-марафонда ҡатнашып, бүләк отоу мөмкинлегенә эйә. “Патриот” республика йәмәғт хәрәкәте сара нигеҙендә 27 бүләк оттора. Төп приз – республика шифаханалырының береһенә юллама. Отошта ҡатнашыу шарттарын йәмәғәт хәрәкәтенең “Бәйләнештә” һәм Instagram селтәрендәге сәхифәләрендә (@algapatriot) белергә була.

Ауырғазы районының Кәлсербуран мәктәбе уҡытыусыһы Дилиә Тимербулатова үҙенең сәхифәһендә Дүртөйлө ауылы эргәһендәге гипс ҡалдыҡ-тауҙары тураһында бәйән итә. Был ҡалҡыулыҡтарҙың иң танылғаны – Бабайташ. Объектҡа юл күрһәткесе ҡуйылған, урындағы халыҡ та туристарға ярҙам итергә әҙер.

Уҡытыусы шулай уҡ Ауырғазы йылғаһының фотоһын ҡуйған. Уның уң яҡ яр битләүе гипс ҡатламдарынан тора, үҫемлектәргә бай. Был тирәлә карст күлдәре, ҡоҙоҡтары, шишмәләре байтаҡ. Дилиә Тимербулатованың фекеренсә, йылғаның иң ҡыҙыҡлы өлөшө – Кешәнне һәм Ҡорманай ауылдары араһында. Кешәнне янындағы Ҙураҡташ аҫтынан бер нисә шишмә ағып сыға.

Отставкалағы полковник, Башҡортостандың әүәлге баш дәүләт автоинспекторы Динар Ғилметдинов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә #выбирайбашкортостан хештегы ҡуйылған яҙмаһын Әхмәр упҡанына ( икенсе атамаһы – Вертолет мәмерйәһе) арнаған. Ул – Башҡортостандағы иң оҙон гипс мәмерйәһе. Ауырғазы районының Әхмәр ауылы янында урынлашҡан.

“Карст тоҡомдарынан барлыҡҡа килгән – һыу оҙаҡ йылдар дауамында йомшаҡ һәм гипс тоҡомдарҙы йыуған, ә тупраҡ үҙенең ауырлығына көсө етмәйенсә, бушлыҡҡа убылған. Был урынды барып күрергә кәрәк. Икенсе атамаһы мәмерйәне вертолет пилоттарының табыуы менән бәйле. Әхмәр упҡанына илткән юл яҡшы, ваҡ таш түшәлгән, – ти Динар Ғилметдинов. – Һеҙгә республикабыҙҙың матурлығын күрһәткем килә. Үҙебеҙҙең тәбиғәт ҡосағына сығып ҙур кинәнсе алырға мөмкин”.

 

Фото: vk.com

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас