Башҡортостан
+28 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар

Был – ялды ойоштороуҙа яңы формат

Республикала балаларҙың ялын һәм уларҙы һауыҡтырыуҙы дәүләт-шәхси партнерлыҡ ысулын ҡулланып үҫтерергә уйлайҙар.

Был – ялды ойоштороуҙа яңы формат

Республикала балаларҙың ялын һәм уларҙы һауыҡтырыуҙы дәүләт-шәхси партнерлыҡ ысулын ҡулланып үҫтерергә уйлайҙар. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов үткәргән кәңәшмәлә ROSCAMPS компанияһы (“Балалар ялының милли операторы) ошо хаҡта проектын тәҡдим итте.

"Бөгөн туризм – Башҡортостанда иҡтисадты үҫтереүҙә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе, уның бер тармағы – балаларҙың ялын ойоштороу, – тине Рөстәм Моратов. – Хөкүмәттең бурысы – йәш быуынға рухи, әхлаҡи, интеллектуаль һәм физик йәһәттән үҫеү өсөн шарттар тыуҙырыу. Беҙгә әле ҡаралған концессия башланғысын эшләп бөтөрөргә, проектты тормошҡа ашырыу алгоритмын әҙерләргә, яуаплы кешеләрҙе билдәләргә кәрәк. Уның төбәк өсөн база булыуы ла ихтимал.

“Балаларҙың ялы милли операторы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Евгения Шулятьева әйтеүенсә, был – балаларҙың ялын ойоштороу өлкәһендә яңы формат. Йыл әйләнәһенә эшләгән үҙәк үҙ ҡарамағына өҫтәмә белем биреүҙе, спорт залын, медицина блогын һәм күргәҙмә үҙәген ала. Тәҡдим ителгән концессия 10-15 йылға иҫәпләнгән. Инвестиция базаһы – ике йыл.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Илдар Акьюлов