Башҡортостан
+28 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар

Туристар мәҙәниәтле булырға тейеш

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Әй йылғаһы буйлап һалда аҡҡан туристарҙың хоҡуҡтарын үҙгәртергә тәҡдим итә.

Туристар мәҙәниәтле булырға тейеш

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Әй йылғаһы буйлап һалда аҡҡан туристарҙың хоҡуҡтарын үҙгәртергә тәҡдим итә.

Ул үҙенең “Фейсбук”тағы сәхифәһендә яҙыуынса, туристарҙың нисек ял итеүен күҙәткән һәм был турала уй-фекерҙәре менән уртаҡлаша.

“Тәбиғәт кешене тынысландыра, шул уҡ ваҡытта вайымһыҙландыра ла, – тип яҙа ул. – Усаҡ яғыу өсөн ағастарҙы рәхимһеҙ ҡырҡыуҙарын да, балыҡ тотоу өсөн браконьерлыҡ алымдары ҡулланыуҙарын да күрергә тура килде. Атыу тауыштары ла яңғырай ине. Был иһә халыҡта аңлатыу эше алып барыу ғына түгел, ә ял итеүсенең хоҡуҡи статусын билдәләү кәрәклеген дә талап итә. Тәбиғәттә йөрөгәндә лә кеше мәҙәни кимәлен һаҡларға, ҡануниәтте күҙәтергә бурыслы. Сүп-сарыңды ҡалдырмаҫҡа, тирә-яҡ мөхиткә зыян килтермәҫкә кәрәк. Был беҙҙең дөйөм мәнфәғәттәргә яуап бирә. Маршрут буйынса бәлә-ҡазаға осрай ҡалғанда, бер ҡайҙа ла ашығыс медицина ярҙамы алырлыҡ түгел, кәрәҙле элемтә лә эшләмәй”.

Фото: Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай сайты.

Автор:Рәшит Кәлимуллин