Спорт һәм туризм
22 Июль 2021, 16:45

"Был сифаттар эшемдә ныҡ ярҙам итә"

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында белдерҙе.

"Был сифаттар эшемдә ныҡ ярҙам итә""Был сифаттар эшемдә ныҡ ярҙам итә"
"Был сифаттар эшемдә ныҡ ярҙам итә"

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында белдерҙе.

“Бөгөн – Халыҡ-ара бокс көнө. Уға ҡағылышлыларҙың барыһын да ҡотлайым. Үҙем спорттың был төрөн ныҡ хөрмәт итәм һәм шәхсән шөғөлләнгәйнем. Бокс сабырлылыҡҡа, көскә, ныҡышмаллыҡҡа, ҡыйынлыҡтарға ҡаршы торорға өйрәтә. Был – ғүмерем буйы йәнәш барған сифаттар һәм эшемдә ныҡ ярҙам итәләр.

Республикабыҙ боксерҙары менән ғорурланам. Көслө спортсыларыбыҙ Рәсәй, шулай уҡ халыҡ-ара ярыштарҙа призлы урындар яулай. Бөгөн Башҡортостанда бокс буйынса 124 спорт кандидаты, 14 спорт мастеры һәм өс халыҡ-ара класлы спорт мастеры бар.

Бокс үҫешенә етди иғтибар бүләбеҙ. Ярыштар үткәрәбеҙ, секциялар асабыҙ, Николай Валуев исемендәге олимпия резервының спорт мәктәбен төҙөнөк.

Әйткәндәй, тап бөгөн Өфөнән спортсы Артур Собханҡолов беренсе тапҡыр Мәскәүҙә профессиональ яуҙа көс һынашасаҡ. Әйҙәгеҙ, яҡташыбыҙға тотош республика менән уңыштар теләйек”.

Фото: Фейсбук.

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас