Спорт һәм туризм
23 Июль 2021, 07:45

Балаларҙы спорттан ситләштермәҫкә тейешбеҙ

Елена Шмелева: "Һәр йәш быуын вәкиленең спорт менән бушлай шөғөлләнеү мөмкинлеге булыуы мөһим".

Балаларҙы спорттан ситләштермәҫкә тейешбеҙБалаларҙы спорттан ситләштермәҫкә тейешбеҙ
Балаларҙы спорттан ситләштермәҫкә тейешбеҙ

Өфөгә эш сәфәрендә “Сириус” үҙәге етәксеһе һәм Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты рәйестәше Елена Шмелева Римма Баталова исемендәге спорт  әҙерлеге үҙәгендә булғанда, алты йәштән алып балалар спорт секцияларына бушлай йөрөргә тейеш, тип белдерҙе.

Тикшереүҙәр буйынса, әгәр баланы иртә йәштән спорт менән шөғөлләндермәһәң, 13 йәштән һуң уның секцияларға барыуҙан баш тартыуы мөмкин.

"Йәш быуындың физкультура менән бушлай шөғөлләнеүе, артабан үҫеше өсөн барлыҡ шарттар булырға тейеш. Әгәр 6-12 йәшлектәрҙе ҡараһаҡ, ҡыҙыҡһыныуҙың кәмеүен күрербеҙ. Артабан уларҙың спортты ташлауы ла ихтимал. Беҙ быға тыныс ҡарарға тейеш түгелбеҙ. Һәр баланың спорт менән бушлай шөғөлләнеү мөмкинлеге булырға тейеш", - тине Елена Шмелева.

Делегацияны Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин, республиканың спорт министры Руслан Хәбибов, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, “Балалар спорты” партия проекты координаторы Римма Баталова оҙатып йөрөй.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Елена Шмелева икенсе көн инде Өфөлә эшләй. Ул быға тиклем баш ҡалабыҙҙағы бер нисә мәғариф учреждениеһында, “Сириус” тибында ойошторолған “Аврора” үҙәгендә һәм башҡа ойошмаларҙа булды, уҡыусылар, студенттар, ата-әсәләр һ.б. менән осрашты. Беренсе көн һөҙөмтәләре буйынса Елена Шмелева Башҡортостандың һәләтлеләр менән эшләүҙә алдынғы урындарҙың береһен биләүе хаҡында белдерҙе.

Фото: rupres.com

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас