Спорт һәм туризм
23 Июль 2021, 09:30

Башҡортостан данын биш спортсы яҡлай

23 июлдә Токио ҡалаһында башланасаҡ ХХХII йәйге Олимпия уйындарында республикабыҙҙан биш спортсы үҙ көсөн һынап ҡараясаҡ.

Башҡортостан данын биш спортсы яҡлайБашҡортостан данын биш спортсы яҡлай
Башҡортостан данын биш спортсы яҡлай

Башҡортостан спортсылары төрлө ярыштарҙа даими ҡатнаша. 23 июлдә Токио ҡалаһында башланасаҡ ХХХII йәйге Олимпия уйындарында ла республикабыҙҙан биш спортсы үҙ көсөн һынап ҡараясаҡ. Рәсәйҙең йыйылма командаһында республикабыҙҙан түбәндәге спортсылар бар.

1. Аделина Заһиҙуллина (28 йәш) - команда беренселегендә ике тапҡыр донъя (2016, 2019 йылдар) һәм Европа чемпионы (шулай уҡ 2016, 2019 йылдар), Европа уйындары еңеүсеһе һәм бронза миҙал эйәһе. Аделина – Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры. Беренсе тренеры – Ольга Шагаева. Яҡташыбыҙ, барлыҡ этаптарҙы ла уңышлы үтеп, Олимпия уйындарында үҙ көсөн һынап ҡараясаҡ.

Аделина Өфө ваҡыты буйынса (түбәндә күрһәтелгән башҡа ваҡыттар ҙа шулай) 25 июлдә 05:00, 05:55, 09:35, 11.25 с. (Фехтование. Ҡатын-ҡыҙҙар. Рапира. Шәхси турнир), 29 июлдә 06:50 с., 08:35 с., 09:55 с., 14:30 с. (Фехтование. Ҡатын-ҡыҙҙар. Рапира. Команда турниры) беренселек өсөн алышасаҡ.

2. Тимур Сафин (28 йәш). Фехтование. Ул – Өфөләге Олимпия резервындағы 19-сы спорт балалар һәм үҫмерҙәр мәктәбе, шулай уҡ спорт профилле 5-се мәктәп-интернат тәрбиәләнеүсеһе. 2014 йылда Башҡорт физик культура институтын тамамлаған. Тимур – өс тапҡыр Европа чемпионы, донъя, Европа чемпионаттары, Европа уйындары призеры. 2016 йылда Рио де Жанейрола үткәрелгән рапира буйынса команда ярыштарында – алтын, шәхси ярыштарҙа бронза миҙал яулаған. Уның Катарҙа үткәрелгән һайлау этаптарында ҡатнашыу мөмкинлеге булмаһа ла, Токиола уҙған олимпиадаға Рәсәй йыйылма командаһы сиктәрендәге өҫтәмә һайлауҙа юллама алыу бәхете тейгән. Тимур Сафин 1 августа 06.45 с., 09.40 с.,14.30 с., 15.50 сәғәттә үҙ көсөн һынап ҡараясаҡ. (Фехтование. Ир-егеттәр. Рапира. Команда турниры).

3. Алһыу Минәзева (ишкәкле слалом). Алһыу – Илеш районының Илеш ауылы ҡыҙы. Ишкәкле слалом менән 2011 йылдың майында шөғөлләнә башлаған. Республиканың байдаркаларҙа һәм каноэла ишеү буйынса олимпия резервы мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Беренсе тренерҙары – Валентина Егорова, Николай Волков. Алһыу Башҡортостан һәм Мәскәү өсөн сығыш яһай. 2019 йылда донъя чемпионатында Олимпиадаға һайлап алынғайны. Ул каяк һәм каноэ дисциплиналарында сығыш яһаясаҡ. “Биш-һигеҙ йыл элек миңә Олимпия уйындарында ҡатнашыу тормошҡа ашмаҫ хыял кеүек ине. Әлеге уңышым, әлбиттә, көсөргәнешле хеҙмәт, даими күнекмәләр, тренерҙарымдың, булышлыҡ ҡылған кешеләрҙең ярҙамы һөҙөмтәһе", - тип белдергән яҡташыбыҙ “Каякер.ру” сайтына биргән интервьюһына.

Алһыу Минәзева 25 июлдә 17:50-21:05 с. (каяк квалификацяиһы), 27 июлдә 17:00-19:12 сәғәттә ярымфиналда, 16:34 – 16:52 сәғәттә – ярымфиналда, 16:34 – 16:52-лә финалда (каяк), 28 июлдә 15:50-18:55 сәғәттә (каноэ), 29 июлдә 17:00-17:54 сәғәттә – ярымфиналда, 20:14 – 20:32 сәғәттә финалда (каноэ) ҡатнашасаҡ.

4. Александр Сергеев (байдаркаларҙа һәм каноэла ишеү) – Тверь өлкәһенән, 2013 йылдан Башҡортостан исеменән сығыш яһай. Күп тапҡыр Европа һәм донъя чемпионаттары беренселектәре, чемпионаттары чемпионы, призеры. Рәсәй өсөн ул байдаркалағы дүрт спортсы составында ҡатнашасаҡ. Тап уның составында Олимпиадала үҙ көсөн һынаясаҡ. Александр Тверь өлкәһендә спортсылар ғаиләһендә тыуып үҫкән. Уларҙың барыһы тиерлек байдаркаларҙа һәм каноэла ишеү оҫталары. Мәҫәлән, олатаһы Александр Сергеев – СССР-ҙың, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры. Ул 1988 йылда легендар байдаркаларҙа сығыш яһаған Виктор Денисовты тәрбиәләгән.

Александр Сергеев 3 августа 7:37, 7:54, 8:21, 8:47 сәғәттә – байдаркаларҙа һәм каноэла ишеү. Ир-егеттәр. 1000 метр. Каноэла икәү ишеү,. 5 августа 7:27, 7:43, 8:08, 8:34 сәғәттә байдаркала һәм каноэла ишеү. Байдаркала берәү ишеү - 200 метр. Байдаркала икәү ишеү – 1000 метр. 7 августа 7:22, 7:39, 8:00, 8:19 сәғәттә байдаркаларҙа һәм каноэла ишеү. Ир-егеттәр. Берәү каноэла йөрөү – 1000 метр, байдаркаларҙа дүртәү ишеү – 500 метр.

5. Варвара Баранова (байдаркаларҙа һәм каноэла ишеү) Ульяновск өлкәһендә тыуып үҫкән, 2012 йылдан Башҡортостан исеменән сығыш яһай. Уны Ульяновск өлкәһенән республикабыҙға күсеп килгән Константин Худык тәҡдиме буйынса алғандар. Ошо ваҡыттарҙа көс һынашасаҡ: 3 августа 7:37, 7:54, 8:21, 8:47 сәғәттә байдаркаларҙа һәм каноэла ишеү. Байдаркала берәү ишеү – 200 метр. Байдаркала икәү ишеү – 500 метр, 5 августа 7:27, 7:43, 8:08, 8:34 сәғәттә каноэла берәү ишеү – 200 метр, байдаркала берәү ишеү – 500 метр. 7 августа 7:22, 7:39, 8:00, 8:19 сәғәттә байдаркаларҙа һәм каноэла ишеү – 500 метр.

Ошондай мәртәбәле сарала бер түгел, биш спортсыбыҙҙың тыуған Башҡортостаныбыҙ исеменән сығыш яһауы – бик ҡыуаныслы күренеш. Был - республикабыҙҙа спортҡа етди һәм ҙур иғтибар бүленә тигән һүҙ.

Фотолар: Башҡортостандың Спорт министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас