

XXXII йәйге Олимпия уйындарында ҡатнашҡан спортсыларыбыҙ араһында фехтование буйынса 28 йәшлек Тимур Сафин бар.
Ул – Өфөләге Олимпия резервындағы 19-сы спорт балалар һәм үҫмерҙәр мәктәбе һәм спорт профилле 5-се мәктәп-интернат тәрбиәләнеүсеһе. 2014 йылда Башҡорт физик культура институтын тамамлаған. Тимур – өс тапҡыр Европа чемпионы, донъя, Европа чемпионаттары һәм Европа уйындары призеры. 2016 йылда Рио-де-Жанейрола үткәрелгән рапира буйынса команда ярыштарында – алтын, шәхси ярыштарҙа бронза миҙал яулаған. Катарҙа уҙғарылған һайлау этаптарында ҡатнашыу мөмкинлеге булмаһа ла, Токиолағы уйындарға Рәсәй йыйылма командаһы составында өҫтәмә һайлауҙа юллама алыу бәхете тейгән.
Тимур Сафин 1 августа 06.45 с., 09.40 с., 14.30 с., 15.50 сәғәттә үҙ көсөн һынаясаҡ. (Фехтование. Ир-егеттәр. Рапира. Команда турниры). Әйткәндәй, ул йәйге Олимпиада уйындарын асыу тантанаһында ҡатнаша. Был - Башҡортостаныбыҙ өсөн ҙур ғорурлыҡ!
Фото: республиканың Спорт министрлығы.