Спорт һәм туризм
23 Июль 2021, 08:30

Республиканың "Ауыл тренеры" программаһына - юғары баһа

Елена Шмелева әйтеүенсә, ул “Берҙәм Рәсәй” программаһына индереү өсөн иң яҡшы башланғыстарҙың береһе булып тора.

Республиканың "Ауыл тренеры" программаһына - юғары баһаРеспубликаның "Ауыл тренеры" программаһына - юғары баһа
Республиканың "Ауыл тренеры" программаһына - юғары баһа

Хәбәр итеүебеҙсә, Өфөгә эш сәфәре менән килгән “Сириус” белем биреү үҙәге етәксеһе Елена Шмелева Башҡортостандың Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә булды.

Был үҙәк – республиканың иң ҙур спорт объекты, майҙаны 37 меңдән ашыу квадрат метрҙы тәшкил итә. 2019 йылда асылған объект халыҡ-ара кимәлдәге ярыштар уҙғарыу өсөн барлыҡ стандарттарға яуап бирә. Үҙәк буйынса экскурсияны республиканың спорт министры Руслан Хәбибов үткәрҙе. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар спорт белеме биреүҙең киләсәк мәсьәләләрен тикшерҙе. Сарала шулай уҡ республика Башлығы Хакмиәте етәксеһе Александр Сидякин менән Хөкүмәт вице-премьеры Азат Бадранов та булды.

Александр Сидякин Башҡортостандың спорт яңылыҡтарын даими биреп барыусы икәнен билдәләне.

Елена Шмелева әйтеүенсә, Башҡортостандың “Ауыл тренеры” программаһы “Берҙәм Рәсәй” программаһына индереү өсөн иң яҡшы башланғыстарҙың береһе булып тора.

Фото: bashinform.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас