Спорт һәм туризм
23 Июль 2021, 07:02

Беҙҙекеләр – Рәсәй йыйылма командаһында!

Беҙҙең “Ағиҙел” командаһы ике тапҡыр Ҡатын-ҡыҙҙар континенталь хоккей лигаһы чемпионы булғайны. Бынан тыш, улар ошо уҡ лиганың өс көмөш миҙалын, Рәсәй чемпионатының дүрт бронза миҙалын яулаған.

Әйткәндәй, был команда тәүге уйындарының барыһында ла еңелә торғайны, бер мәрәй ҙә туплай алмай, Рәсәй чемпионатының иң һуңғы урындарын биләп килде. 2011/2012 уйын миҙгелендә команда составының яртыһы үҙгәртелгәс, бронза миҙалдар яулай башланылар, артабан да спортсыларыбыҙға уңыштар йылмайҙы. Күптән түгел гүзәл зат вәкилдәренән торған хоккей командаһы өсөн ҡыуаныслы ваҡиға теркәлде: “Ағиҙел”дең һигеҙ уйынсыһы һәм клубтың өлкән тренеры Денис Афиногенов Рәсәйҙең киңәйтелгән йыйылма командаһы составына индерелде. Милли команда 20 – 31 августа Канаданың Калгари ҡалаһында үткәреләсәк донъя чемпионатына әҙерләнә. Шулай итеп, ҡапҡасы Анна Пругова, һаҡсылар Мария Баталова, Анна Шибанова, һөжүм итеүселәр Вероника Коржакова, Полина Лучникова, Илона Маркова, Елизавета Роднова һәм Ольга Сосина Өфө хоккейын донъя күләменә сығарасаҡ! Уларға уңыштар теләйбеҙ!

- Айһылыу НИЗАМОВА.

Читайте нас