Спорт һәм туризм
23 Июль 2021, 06:39

Билдәле яҡташыбыҙ ниндәй кәңәштәр бирә?

“Romir” компанияһы үткәргән тикшереүҙәрҙең береһендә “Рәсәйҙә кем иң билдәле спортсы?” тигән һорау бирелгәйне. Унда һәр респондент ете билдәле спортсының исем-шәрифтәрен атарға тейеш булды. Ошо исемлектә милләттәшебеҙ, художестволы гимнастика буйынса ике тапҡыр Европа чемпионы Ләйсән Үтәшева беренсе урынға сыҡты.

Шулай итеп, Ләйсән Үтәшева, күптән спорттан китһә лә, һаман да иң билдәле спортсы булып ҡала. Уны Рәсәйҙә ныҡ яраталар. Бөгөн һеҙгә ошо башҡорт ҡыҙының һомғол булып ҡалыу өсөн кәңәш иткән өс ҡағиҙәһен яҙабыҙ.

  1. Организмды таҙартыу өсөн ваҡыты-ваҡыты менән ас тороу кәрәк икән. Ә уның оҙайлылығы, кешенең хәле­нә, сәләмәтлегенә һәм ихтыяр көсөнә ҡарап, төрлөсә булыуы мөмкин. Ун ике сәғәт, аҙнаһына бер көн, көн ярым ризыҡ ҡапмау – матур кәүҙә өсөн мөһим ғәмәлдәр.
  2. Йоҡонан уянғас та, иртәнге, төшкө ашты ашар алдынан берәр стакан һыу эсергә кәрәк. Киске ашты иһә һыу ғына алмаштыра.
  3. Спорт һәм йоҡо. Ләйсән Үтәшева иртән 20 минут самаһы йүгерә һәм киске ун берҙән һуң әүен баҙарына китә икән. “Йоҡо – минең өсөн беренсе урында. Күп ваҡыт аҙ йоҡлау һимереүгә килтерә. Мөләйем йөҙлө һәм һомғол кәүҙәле булайым тиһәң, тәүлегенә кәмендә ете сәғәт йоҡларға кәрәк”, – тип белдергән Ләйсән Үтәшева.

Рәсәй телеканалдарында төрлө тапшырыуҙар алып барыусы Ләйсән Үтәшева гүзәл зат вәкилдәренә тиҙ арала үҙеңде тәртипкә килтереү серҙәре тураһында ла һөйләгәйне.

“Йәшәү ритмы нисек кенә шәп булмаһын, һәр саҡ үҙеңә 30 – 40 минут ваҡыт табырға кәрәк. Башҡаса ярамай. Ҡай саҡ эшкә лә, телефонға ла түгел, үҙеңә ваҡыт сарыф итеү яҡшыраҡ”, – тип белдергән ул “Premier” телеканалына.

Телеканал хәбәрсеһе яҡташыбыҙға: “Эш күп, ваҡыт етмәгән саҡта нисек тиҙ генә үҙеңде ипкә килтерергә?” – тигән һорау биргәс, Ләйсән Үтәшева түбәндәгеләрҙе һөйләгән: “Был һыуытҡыстан алынған берәй нәмә булырға тейеш. Әгәр үҙең менән арыуҙы бөтөрөү өсөн тәғәйенләнгән махсус роллер булмаһа, берәй әйберҙе, мәҫәлән, алманы, ҡалаҡты һыуытҡысҡа ҡуйырға ла, шуның менән аҙаҡ битте ыуаларға кәрәк, – тигән билдәле яҡташыбыҙ. – Боҙ ҙа шешенеүҙе һәм арыуҙы бөтөрә. Был йәһәттән ул мине һәр саҡ ҡотҡара”. Бынан тыш, Ләйсән Үтәшева үҙеңде ҡул менән һуҡҡылап-ҡаҡҡылап алыуҙың да файҙалы икәнлеге хаҡында әйткән. “Ошолай үҙеңде бер аҙ һуҡҡылап алыу – тиҙ генә дәртләнеп эшкә тотоноу өсөн бик яҡшы мөмкинлек”, – тигән ул. Шулай итеп, үҙенең матурлыҡтың бер нисә сере менән уртаҡлашҡан яҡташыбыҙ.

“Барыһына ла өлгөрөргә тырышмайым. “Барыһы ла” тигән һүҙ, киреһенсә, ҡапҡан ул. Теләк булһа, спорт менән шөғөлләнергә лә, балалар менән уйнарға ла, тормош иптәшең менән аралашырға ла ваҡыт табып була. Иң мөһиме – нимәгә өҫтөнлөк бирергә теләүеңде аныҡ белеү.

Үҙ графигымды бар ерҙә лә баланс булырлыҡ итеп төҙөйөм: әсәй, ҡатын, артист булып та өлгөрәм. Тапшырыу әҙерләү һәм репетициялар көн дә булып тормай, мөһим осрашыуҙар һәм сәфәрҙәрҙе бер аҙна элек күҙаллайһың – был осраҡта барыһына ла өлгөрөп була”, – тип белдергәйне арҙаҡлы яҡташы­быҙ журналистарға биргән бер интервьюһында.

,- Айһылыу НИЗАМОВА.

Читайте нас