Спорт һәм туризм
23 Июль 2021, 07:00

Иң көслө көрәшселәр осрашасаҡ

11 – 23 августа 21 йәшкә тиклемге спортсылар араһында спорт көрәше буйынса донъя беренселеге үтәсәк. Грэпплинг, ирекле көрәш һәм грек-рим көрәше дисциплиналарында 1500 тирәһе спортсы үҙен һынап ҡараясаҡ.

Ошо сараны үткәреү өсөн Башҡортостан 15 миллион һумдан ашыу аҡса сарыф итәсәк, тип хәбәр итте “Башинформ” агентлығы. Был хаҡтағы килешеү республиканың Р. Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәге вәкилдәре тарафынан тәҡдим ителгән. Рәсми сайтта яҙылыуынса, 21 йәшкә тиклемгеләр араһында үткәреләсәк беренселектә грэпплинг, ирекле көрәш һәм грек-рим көрәше дисциплиналары буйынса шөғөлләнеүселәр үҙ көсөн һынап ҡараясаҡ. Ә сарала донъялағы 65 илдән 1500 спортсы ҡатнашыр тип күҙаллана.

11 – 23 августа подрядсы “Өфө-Арена”ла хеҙмәттәрҙе ойошторорға һәм 15 миллион һум аҡсаға сараны техник йәһәттән тәьмин итергә тейеш. Айырым алғанда, был – тамашасылар өсөн күңел асыу программаһын ойоштороу, монтажлау-демонтажлау, инженер-техник хеҙмәттәрҙе күрһәтеү, спорт сараһын ойоштороу өсөн белгестәрҙе һайлау, үткәреү, беренселектең реклама кампанияһын үткәреү, кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеү, көрәшселәр өсөн ярыш урындарын әҙерләү һәм башҡалар.

 - Айһылыу НИЗАМОВА.

Читайте нас