Спорт һәм туризм
23 Июля 2021, 12:30

Илеш ҡыҙына уңыштар теләйбеҙ!

“Биш-һигеҙ йыл элек Олимпия уйындарында ҡатнашыу минең өсөн тормошҡа ашмаҫ хыял кеүек ине".

Добавить в предпочтительные источники Google
Илеш ҡыҙына уңыштар теләйбеҙ!Илеш ҡыҙына уңыштар теләйбеҙ!
Илеш ҡыҙына уңыштар теләйбеҙ!

23 июлдә Токиола башланасаҡ XXXII йәйге Олимпия уйындарында республикабыҙҙан биш спортсы үҙ көсөн һынай. Уларҙың береһе - Алһыу Минәзева (ишкәкле слалом).

Алһыу – Илеш районының Илеш ауылы ҡыҙы. Ишкәкле слалом менән 2011 йылдың майында шөғөлләнә башлаған. Республика байдаркаларҙа һәм каноэла ишеү буйынса Олимпия резервы мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Беренсе тренерҙары – Валентина Егорова, Николай Волков. Ул Башҡортостан һәм Мәскәү өсөн сығыш яһай.

Алһыу был ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн 2019 йылдағы донъя чемпионатында һайлап алынғайны. Ул каяк һәм каноэ дисциплиналарында сығыш яһаясаҡ. “Биш-һигеҙ йыл элек Олимпия уйындарында ҡатнашыу минең өсөн тормошҡа ашмаҫ хыял кеүек ине. Был уңышым нигеҙендә, әлбиттә, көсөргәнешле хеҙмәт, өҙлөкһөҙ күнекмәләр, тренерҙарымдың, миңә төрлө яҡлап булышлыҡ иткән кешеләрҙең ярҙамы ята", - тип белдергән яҡташыбыҙ “Каякер.ру” сайтына биргән интервьюһында.

Алһыу Минәзева 25 июлдә 17:50 - 21:05 с. (каяк квалификацияһы), 27 июлдә 17:00 - 19:12 сәғәттә ярымфиналда, 16:34 – 16:52 сәғәттә – ярымфиналда, 16:34 – 16:52-лә финалда (каяк), 28 июлдә 15:50 - 18:55 сәғәттә (каноэ), 29 июлдә 17.00 - 17:54 сәғәттә – ярымфиналда, 20:14 – 20:32 сәғәттә финалда (каноэ) ҡатнашасаҡ.

Фото: республиканың Спорт министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова