

Токиола буласаҡ XXXII йәйге Олимпия уйындарында ҡатнашасаҡ спортсыларыбыҙҙың береһе Александр Сергеев (байдаркаларҙа һәм каноэла ишеү) – Тверь өлкәһенән, 2013 йылдан Башҡортостан исеменән сығыш яһай.
Күп тапҡыр Европа һәм донъя чемпионаттары беренселектәре, чемпионаттары чемпионы, призеры. Рәсәй өсөн ул байдаркалағы дүрт спортсы составында ҡатнашасаҡ. Александр Тверь өлкәһендә спортсылар ғаиләһендә тыуып үҫкән. Уларҙың барыһы тиерлек байдаркаларҙа һәм каноэла ишеү спорты менән шөғөлләнә. Мәҫәлән, олатаһы Александр Сергеев – СССР-ҙың, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры. Ул 1988 йылда легендар байдаркаларҙа сығыш яһаған Виктор Денисовты тәрбиәләгән.
Александр Сергеев: 3 августа 7:37, 7:54, 8:21, 8:47 сәғәттә – байдаркаларҙа һәм каноэла ишеү. Ир-егеттәр. 1000 метр. Каноэла икәү ишеү. 5 августа 7:27, 7:43, 8:08, 8:34 сәғәттә байдаркала һәм каноэла ишеү. Байдаркала яңғыҙ ишеү - 200 метр. Байдаркала икәү ишеү – 1000 метр. 7 августа 7:22, 7:39, 8:00, 8:19 сәғәттә байдаркаларҙа һәм каноэла ишеү. Ир-егеттәр. Каноэла яңғыҙ йөрөү – 1000 метр, байдаркаларҙа дүртәү ишеү – 500 метр.
Фото: республиканың Спорт министрлығы.