Спорт һәм туризм
23 Июль 2021, 06:37

Йөҙөүҙең файҙаһы ҙур

Ә һеҙ спорттың был төрөн яратаһығыҙмы?

Йөҙөүҙе спорттың иң үҙенсәлекле, сәләмәтлек өсөн файҙалы төрҙәренең береһе тип юҡҡа ғына атамайҙар. Бигерәк тә йәйҙең оҙайлы эш көнөнән һуң һалҡынса һыуҙа балыҡтай йөҙөүҙән бик һирәктәр генә баш тартыр, моғайын.  Йылдың башҡа миҙгелдәрендә лә был спорт төрө менән бассейнда шөғөлләнергә мөмкин. Ә улар, бәхеткә күрә, республикабыҙҙа йылдан-йыл арта: иҫкеләре төҙөклән­дерелә, яңылары сафҡа индерелә.

Әйткәндәй, күптән түгел республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәр аша түбәндәгеләрҙе белдерҙе:

“Ниһайәт, Шаран ауылында оҙаҡ көтөлгән физкультура-һауыҡтырыу комплексында эш башланды. Намыҫһыҙ подрядсы арҡаһында дәүләт килешеүен өҙөргә һәм ба­рыһын да яңынан башларға тура килде.

Яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексында оҙаҡ көтөлгән бассейн буласаҡ, әле ул районда юҡ. Тиҙҙән төҙөүселәр бассейнда гидроһынауҙар үткәрәсәк һәм ул тулы ҡеүәттә эш башлаясаҡ. Барлыҡ эштәрҙе йыл аҙағына тамамларға уйлайбыҙ. 25 метрлыҡ дүрт йөҙөү юлы төрлө кимәлдәге ярыштар үткәрергә мөмкинлек бирә.

Ошондай уҡ бассейндарҙы быйыл Хәйбулла районының Аҡъяр, Көйөргәҙе районының Ермолаевка, Федоровка районының Федоровка ауылдарында төҙөп бөтәсәкбеҙ. 2022 йылда Ҡырмыҫҡалы районының Ҡырмыҫҡалы ауылында, Ауырғазы районының Талбазы ауылында һәм Межгорье ҡалаһында ла төҙөй башлаясаҡбыҙ.

Республиканың һәр райо­нында бассейн булырға тейеш, тип иҫәпләйем. Спорт менән шөғөлләнеү, йөҙөп өйрәнеү мөмкинлеге булырға тейеш”.

Шулай итеп, республикабыҙҙа яңы бассейндар, спорт ҡоролмалары сафҡа инә. Мәҫәлән, Әлшәй районы үҙәгендә лә өр-яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы сафҡа индерелгәйне. Заман талаптарына ярашлы үҙәктең бассейны ла бар. Тағы шуныһы үҙенсәлекле: был бассейн – районда беренсе. Ул 25-әр метр оҙонлоҡтағы дүрт юлдан тора, тәрәнлеге –  1,80 метр. Һыуҙы заманса таҙартыу ҡорамалдары ҡу­йылған.

Комплекста шулай уҡ ҙурлығы 45х25 метр булған спорт залы бар. Унда баскетбол, волейбол, гандбол һәм мини-футбол менән шөғөлләнергә мөмкин. Кейем алмаштырыу, душ бүлмәләре, гардероб, теркәү, медицина кабинеты, буфет һәм етәкселек кабинеттары ла заманса эшләнгән һәм уңай­лы. Комплекстың дөйөм майҙаны – 3087,4 квадрат метр.

Яңы объект төҙөлөү менән районда өҫтәмә эш урындары барлыҡҡа килгән.

- Айһылыу НИЗАМОВА.

Читайте нас