Спорт һәм туризм
23 Июль 2021, 05:00

Йәй – сәйәхәттәр мәле

Ялдарыбыҙ имен үтһен.

Ял көндәре еткәнен ғаиләбеҙ менән көтөп алабыҙ. Аҙна буйы “Ҡайҙа барырға икән?” тип маршрут һайлайбыҙ, матур урындарҙы барлайбыҙ. Һеҙҙе үҙем менән, гәзит битендә булһа ла, бәләкәй сәйәхәткә алып сығайым.

 “Янғантау” геопаркы – асыҡ һауалағы музей

 Тыуған ер – алтын бишек, тиҙәр. Салауат районы, тыуған ерем булмаһа ла, килен булып төшкән ерем. Тәүге аяҡ баҫҡан мәлдән алып яратҡан төйәгем. Йүрүҙәнгә таш булып баттым да ҡуйҙым. Йылына бер тапҡыр булһа ла шунда һыу төшмәһәм, күңелем булмай.

Салауат районына ял итергә барыуҙың иң ҙур уңайһыҙлығы – М5 трассаһы. Силәбе өлкәһе аша үткән ерҙәр айырыуса хәүефле. Ҙур йөк машиналары күп. Юлды ремонтлауҙары арҡаһында йыш ҡына тығындар барлыҡҡа килә. Был трассала үлемесле юл-транспорт ваҡиғалары булып торғанға, сәфәргә ял көндәрендә ҡуҙғалмаҫҡа кәңәш итәм. Отпуск мәлендә юлға сығыр өсөн, ғәҙәттә, эш көнөн һайлайбыҙ.

Ике сәғәттән ашыу машинала барғандан һуң Салауат районына килеп инеү – айырыуса ҙур шатлыҡ ул. Район биләмәһе – асыҡ музей. “Янғантау” геопаркы булдырылғас иһә “Ҡайҙа барырға, нимә ҡарарға икән?” тигән һорау тыумай: юлсылар өсөн аншлагтар эленгән, теге йәки был урынға тиклем күпме ара үтергә кәрәклеге билдәләнгән. Геопарктың сайты һәйбәт эшләй. Алдан маршрут билдәләп, мәмерйәләр буйлап йөрөргә була.

Йүрүҙән һәм Әй йылғалары аҡҡан районда кәмә менән йөҙөү мөмкинлеге бар. Теләге булғандар бер көнгә йә унан да күберәк ваҡытҡа инструктор менән һыуҙан ағып төшөү турҙары тураһында һөйләшә ала. Ғәҙәттә, бер көнгә бер кеше 1 мең һум самаһы түләй. Һалда ағыҙыу менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙар етерлек. Былтыр беҙҙең ғаилә, “Янғантау” геопаркы үткәргән конкурста еңеп, бер көнлөк ял отто. Онотолмаҫ хәтирәләр ҡалдырҙы ул сәйәхәт.

Туристар өсөн Салауат районы – мөғжизәләр иле: көньяҡ-көн­сы­ғыш өлөшө буйлап Уралдың көн­байыш итәгенең алдынғы һырт­тары һуҙылған (Башташ, Һиле­йә һырттары). Көньяҡ-көнбайышта – Ҡаратау һырты, ә төньяҡ-көнбайышта Өфө яҫы таулығы ята. Ер өҫтөнөң уртаса бейеклеге 370 метр булған Янғантау, Күҫәләр көкөртлө-водород сығанағы, Ҡорғаҙаҡ шишмәһе, Лаҡлы мәмерйәһе тәбиғәт ҡомартҡылары тип иғлан ителгән. Мәсетле киҫелеше генә лә туристарға әллә күпме мәғлүмәт биреп, был ерҙәрҙең ҡасандыр диңгеҙ төбө булыуы тураһында һөйләй.

Ял мәлен Салауат районында үткәреүҙең ҙур ыңғай яғын билдәләге килә: бында иркен һыу буйҙарында кеше әллә ни күп түгел. Белорет районында, мәҫәлән, ял көндәрендә машина ҡуйырға урын юҡ. Кешенең күплеге таҙалыҡ мәсьәләһенә лә барып тоташа.

 Йәйге эҫелә боҙ мәмерйәһе саҡырып тора

 Бер нисә йыл элек Архангел районында урынлашҡан билдәле Аҫҡын боҙ мәмерйәһе Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһенә ҡуртымға бирелгәйне. Ул ваҡытта уникаль тәбиғәт ҡомартҡыһына емерелеү ҡурҡынысы янай һәм, кисекмәҫтән сара күрелмәһә, мәмерйәнең хәле аяныслы тамамланыр ине.

Аҫҡын мәмерйәһе 1902 йылда табылған. Белгестәр асыҡлауынса, дүрт миллион йыл элек барлыҡҡа килгән ул. Тау инженеры, геолог-тикшеренеүсе, Көньяҡ Уралды өйрәнеүгә күп көс һалған Леонид Конюшевский асҡанға тиклем мәмерйә консервацияланған хәлдә һаҡланған булған. Ғалим мәмерйәне төплө өйрәнгән. 1924 – 1926 йылдарҙа Г. Вахрушев һәм В. Петров тигән белгестәр тағы ентекләберәк тикшергән. Бөгөнгә тиклем мәмерйә ғалимдар, спелеологтар өсөн ҡыҙыҡлы булып ҡала, уны өйрәнеү туҡтамай.

Әлеге мәлдә төп маҡсат – мәмерйәнең температураһын һаҡлау һәм уға йылынырға ирек бирмәү. Туристарҙы ғәйәт ҙур сталагмиттар ҡыҙыҡһындыра, ә ғалимдарҙы – боҙҙоң үҙе. Ул боҙ дәүеренән һаҡланып ҡалған, шуға күрә Рәсәй ғалимдарын ошо боҙҙоң составы, уның аҫтында һаҡланған микробтар төрө ҡыҙыҡһындыра. Әгәр ул артабан да яйлап иреһә, боҙ дәүеренән һаҡланған, әлеге мәлдә йоҡоға талған микробтарҙың уяныуы ихтимал. Әгәр бындай хәл була ҡалһа, уларҙың кешегә зыян килтереүе лә бар икән. Рәсәй тарихтарында ошоға оҡшаш ваҡиғалар етерлек.

Һауа температураһы бер-ике градусҡа күтәрелһә лә, мәмерйә “илай” башлай. Боҙ еүешләнә һәм ғәжәйеп сталактиттар, сталагмиттар, сталагнаттар ирей, төшөп ярыла ла юҡҡа сыға. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, донъя кимәлендә һауа температураһының күтәрелеүе һәм мәмерйәгә бер туҡтауһыҙ ағылған туристарҙың “эшмәкәрлеге” ундағы микроклиматҡа ҙур йоғонто яһаған. Бынан биш йыл самаһы элек йәй мәмерйәләге уртаса температура дүрт градус һалҡын булһа, бөгөн ул 0 градус самаһы ғына. Ошо температураны һаҡлау, боҙ һындар артабан иремәһен өсөн мәмерйәгә инеү графигын төҙөгәндәр. Ул ғилми яҡтан нигеҙләнгән.

Бынан тыш, тәбиғәт ҡомартҡы­һын һаҡлау буйынса былтыр Баш­ҡортостан Хөкүмәте регламент ҡабул итте. Туристарға билдәлән­гән көндә, билдәле бер ваҡытта йө­­рөү тәртибе булдырыла: мәмер­йәгә көнөнә 80 кеше генә инә ала. Ун кешенән торған бер төркөм егерме минутҡа төшкәс, мәмерйә 50 минутҡа ябыла. Туристар өсөн булдырылған уңайлыҡтарҙың бе­реһе – яҡтыртыу ҡоролмалары ла автоматик рәүештә һүнә, мәмерйә ҡараңғылыҡҡа күмелә. Ошо тәртип теүәл үтәлгәндә генә боҙ һындарҙы һаҡлап ҡалыуға өмөт бар.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәмерйә һаҡланмаған осорҙа “ҡырағай” туристар, боҙ һындар менән фотоға төшөп, уларға менеп, ҡайһы саҡта ҡыйратып, ҡомартҡыға ҙур зыян килтергән. Ошо ҡырағайлыҡтың эҙемтәләрен бөгөн дә юйып булмай.

Халыҡ өҙөлмәй

 Аҫҡын боҙ мәмерйәһе Көньяҡ Уралдағы башҡа мәмерйәләрҙән иң ҙур боҙ майҙаны һәм боҙ сталагмиттары менән айырылып тора. Мәмерйә Архангел районының Аҫҡын ауылынан өс километр алыҫлыҡта Бәләкәй Аҫҡын йылға­һының үрендә, йылға тамағынан 70 метр бейеклектә, Олотауҙың көнсығыш битләүендә урынлашҡан.

Мәмерйәгә инеү урыны бейек эзбиз ҡаяның биш метр тәрәнлектәге 15 метр киңлектәге соҡоронда урынлашҡан. Аҫҡа табан 20 метр оҙонлоғондағы боҙло шырғалаҡ – ауышлыҡ – алып төшә.

Мәмерйәнең оҙонлоғо — 104 метр, киңлеге 40-60 метр һәм 12-26 метр бейеклектә көмбәҙ түбәле залы бар. Иҙәне боронғо боҙ ҡатламы менән ҡапланған. Бында йыл һайын 7-10 эре һәм хисапһыҙ ваҡ боҙ сталагмиттары үҫеп сыға. Мәмерйәлә ҡайтауаз яңғырап тора.

Бөгөнгө ысынбарлыҡ шул: тәбиғәт ҡомартҡыларына иғтибар һәм ихтирам етмәй. Мәҫәлән, тәбиғәт паркы “Асылыкүл”гә халыҡ күпләп ағыла. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем туристарҙы йәлеп итеп торған урын ул. Әммә тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре, ял итеүселәр артынан йәй буйы сүп-сар йыйып, зар-интизар була. Әлбиттә, Ҡандракүлдә лә шул уҡ хәл, әммә бындағы биләмә ярайһы уҡ йыһазландырылған, шуға ла был проблема әллә ни күҙгә салынып бармай.

Архангел районының Абҙан ауылы эргәһендәге Шарлама шарлауығы эргәһендә лә сүп-сар өйөмдәре барлыҡҡа килеүе тураһында йыш һөйләйҙәр, әммә ял көндәренән һуң туристар артынан ҡалған өйөм-өйөм сүпте әле һаман Абҙан ауылы советы үҙ көсө менән йыя һәм сығара. Ҡыҙғаныс, әммә был хәл Аҫҡын мәмерйәһе өсөн дә ят түгел. Шулай ҙа, әгәр биләмә тейешле кимәлдә йыһазландырылһа, туристар өсөн уңайлыҡтар булдырылһа, ул икенсе һулыш ала һәм ҡунаҡтар ҙа уға һаҡсыл ҡарай башлай. Тәбиғәт ҡомартҡыһы эргәһендә үткән тантаналы сара — быға асыҡ миҫал.

Рус география йәмғиәте баш­ланғысы менән Аҫҡын боҙ мәмер­йәһенә илткән юлда урынлашҡан шишмә төҙөкләндерелде. Уны асыу тантанаһында рәсми вәкилдәр ҙә, ауыл халҡы ла, туристар ҙа ҡатнашты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлеге шишмә ташландыҡ хәлдә булған. Тау аҫтында урынлашҡас, өҫтән таш, ҡом төшөп, уның инешен дә яба башлаған. Шишмәнең инешен таҙартып, нығытып ҡуймаһалар, тиҙҙән уға ҡороу ҡурҡынысы ла янай башлар ине.

Шишмә сығанағы биләмәһе тәртипкә килтерелгәндән һуң был урындан халыҡ өҙөлмәй. Эргә-тирә ауылдарҙан эсер өсөн һыу алырға тип килеүселәр бихисап. Шишмә Рус география йәмғиәтенең Баш­ҡортостан буйынса филиалының “100 шишмә” тип аталған махсус программаһына ярашлы төҙөкләндерелгән. Тейешле аҡса берҙәм көс менән тупланған.

Тау аҫтынан бер юлы ике шиш­мә урғылып сыға. Уларҙың ике­һен­дә лә һыуҙың тәме төрлө. Береһе тоҙлораҡ, икенсеһе әскел­тем булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ уның шифалы, төрлө микро­эле­менттарға бай икәнлеген билдәләй.

Аҫҡын боҙ мәмерйәһе турис­тарҙы йыл әйләнәһенә көтә. Ҡыш­ҡыһын, боҙ һындар күбәйгән саҡта, ул айырыуса матур икән. Ғөмүмән, үҙ еребеҙҙәге матурлыҡты барып күреү онотолмаҫ тәьҫораттар ҡал­дырыр. Маршрутты 5 йәштән ҙурыраҡ балалар менән үтеү ҙә әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырмаясаҡ. Бары тик алдан яҙылып, һеҙҙе көткән ваҡытҡа барып етеү генә шарт.

 Асылыкүл менән Ҡандракүл ылыҡтыра

 Был ике күл үҙенә ылыҡтыра. Тәү сиратта икеһе лә таҙа. Һыуы һәйбәт. Быйыл тәбиғәт парктарына инеү 250 һум булғас, бер ғаиләгә ял итеү яҡынса 1000 һумға төшәсәк. Ҡандракүлдә ял итеү өсөн бөтөн шарттар ҙа бар. Ә бына Асылыкүл әлегә эшҡыуарҙарҙы көтә. Уңайлыҡтар эҙләһәң – Туймазы районына, ҡырағай ял яратһаң, Дәүләкән районына юлланаһың. Балалар менән һыу төшөргә уңайлы күлдәр. Тәрән урынға барып еткәнсе атларға кәрәк.

Башҡортостанда матур ял итеү урындары бихисап. Быйыл һауа торошо ла урман-ҡырҙарға саҡырып тора. Иң мөһиме – ялдарыбыҙ имен үтһен.

 

- Лилиә НУРЕТДИНОВА.

Читайте нас