Спорт һәм туризм
24 Июль 2021, 15:00

Ә һеҙҙең өсөн иң матур ер ҡайҙа?

#Башҡортостандыһайла акцияһына ҡушылғандар ҡайһы урындарҙы күрергә саҡырҙы?

Ә һеҙҙең өсөн иң матур ер ҡайҙа?Ә һеҙҙең өсөн иң матур ер ҡайҙа?
Ә һеҙҙең өсөн иң матур ер ҡайҙа?

Социаль селтәрҙе файҙаланғандар #Башҡортостандыһайла акцияһы хаҡында яҡшы хәбәрҙар. Ул – Башҡортостан менән таныштырыу.

Был сара 8 июлдә старт алғайны: блогер Рәйес Ғәбитов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә эске туризм үҫешенә булышлыҡ итеү өсөн башлағайны.

Саруа күле-шишмәһе Өфөнән 115 километр алыҫлыҡта Нуриман районында урынлашҡан. Иглин аша – Ҡыҙылъярға, артабан күлгә тиклем барып етеп була. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Ирина Сухареваның яҙыуынса, был – тәбиғәттең баһалап бөткөһөҙ ҡиммәте.

Акцияға ҡушылып, “Башинформ” журналисы Станислав Шахов Ишембай районындағы “Торатау” паркының матурлығына һоҡланыуын белдерә. Флешмобта ҡатнашҡан Динар Ғилметдинов посын Ғафури районындағы Уҡлыҡаяға арнаған. Ул Өфө – Еҙем – Ерәк – Имәндәш маршруты буйынса ошо матур урынға барырға саҡыра.

Фото: "Бәйләнештә".

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас