Спорт һәм туризм
24 Июля 2021, 16:15

Тимур һынатмаясаҡ!

Токиолағы Олимпиада уйындарында ҡатнашҡан Тимур Сафин тураһында тренеры Лира Грушина ниҙәр һөйләгән?

Тимур һынатмаясаҡ!Тимур һынатмаясаҡ!
Тимур һынатмаясаҡ!

Фехтование буйынса олимпия чемпионы Тимур Сафиндың тренеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Лира Грушина “Башинформ” мәғлүмәт агентлығына спортсының Токиолағы Олимпиада уйындарына әҙерлеге хаҡында һөйләгән.

“Аҙналағы алты көндә дүрт-биш сәғәт буйы күнекмәләр үткәрҙек. Барыһы ла Өфөләге Спорт әҙерлеге һәм Балалар ижады үҙәктәре залдарында үтте, - тип белдергән тренер “Башинформ” агентлығы хәбәрсеһе Наталья Овчарукка. – Пандемия ыңғай роль уйнаны: тыныс ҡына күнекмәләр үткәрҙек. Тактиканы алмаштырҙыҡ”.

Тимур Сафин – бик тырыш егет. Уның һәм башҡа спортсыларыбыҙҙың ярыштарҙағы сығыштарын күҙәтеп барасағы хаҡында ла әйткән тренер. Шулай уҡ Тимур менән шылтыратып һөйләшеүе, яҙышып тороуы тураһында һөйләгән. Тимур Сафиндың командабыҙға алтын миҙал килтерә алыуын фаразлаған. “Ә бының өсөн уны фехтованиеға сығарырға кәрәк. Старт составы унһыҙ башланасаҡ. Әгәр уның менән башланһа, команда запастағы спортсыһыҙ ҡаласаҡ. Һәр хәлдә, Тимур юғары һөҙөмтәгә өлгәшә ала, һынатмаясаҡ”, - тигән билдәле тренер.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас