Спорт һәм туризм
25 Июль 2021, 07:45

Беренсе миҙалдар яуланды!

Олимпиада уйындарында рекорд ҡуйылды.

Беренсе миҙалдар яуланды!Беренсе миҙалдар яуланды!
Беренсе миҙалдар яуланды!

24 июлдә Рәсәй йыйылма командаһынан Анастасия Галашина Токиола барған XXXII Йәйге Олимпиада уйындарында 10 метр арауыҡҡа пневматик винтовканан атыу буйынса көмөш миҙал яуланы. Рәсәй спортсыһы 251,1 балл тупланы. Алтын миҙал – Ҡытай спортсыһы Цянь Янда (251,8 балл). Ул еңеп кенә ҡалманы, Олимпия уйындары рекордын да ҡуйҙы. Бронза миҙал хужаһы – Швейцариянан Нина Кристенда (230,6 балл).

Тхэквондо буйынса ярыштарҙа 58 килограмға тиклем  ауырлыҡ үлсәмендә Рәсәй спортсыһы Михаил Артамонов бронза миҙал яуланы. Чемпион – Италиянан ДельАквила. Көмөш миҙалға Тунистан Мөхәмәт Хәлил Жендуби лайыҡ булды. Йәнә бер бронза миҙал Көньяҡ Кореянан Чжун Чжанға эләкте.

Шулай итеп, ярыштарҙың беренсе көнөндә 11 комплект миҙал яуланды.  Рәсми булмаған иҫәптә әле бер көмөш һәм бер бронза миҙал яулаған Рәсәй командаһы – 10-11-се урында. Беренсе урында – Ҡытай, икенселә – Италия менән Япония.

Спорт арбитраж судында ҡаралған Бөтә донъя һәм Рәсәй допингҡа ҡаршы агентлыҡтарының эшенә ярашлы,  илебеҙ спортсылары 2022 йылдың 16 декабренә тиклем Олимпия уйындарында һәм донъя чемпионаттарында Рәсәй Федерацияһы Дәүләт флагын һәм Дәүләт гимнын ҡуллана алмай. Өҫтәүенә, XXXII Йәйге Олимпиада уйындарында Рәсәй спортсылары Рәсәй Олимпия комитеты булараҡ сығыш яһай. Беҙҙең еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһында Петр Чайковскийҙың фортепиано менән оркестр өсөн 1-се концертынан фрагмент яңғырай.

 

Фото: Рәсәйҙең Спорт министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас