Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
26 Июль 2021, 22:45

Барыһы ла сағыштырыуҙа баһалана

Бөгөн Башҡортостан юлдаш телеканалында үткән “Өфө – Токио. Олимпиада-2020” брифингында республиканың спорт министры Руслан Хәбибов ниндәй һорауҙарға яуап бирҙе?

Барыһы ла сағыштырыуҙа баһалана
Барыһы ла сағыштырыуҙа баһалана

Бөгөн Башҡортостан юлдаш каналында “Өфө – Токио. Олимпиада-2020” брифингында республиканың спорт  министры Руслан Хәбибов был мәртәбәле сара, спортсыларыбыҙ һәм башҡалар хаҡында һөйләне.

Руслан Таһир улы Рәсәй спортсыларының бөгөнгө көндә дөйөм иҫәп буйынса дүртенсе урында барыуы хаҡында белдерҙе. “Саранан иң тәүҙә ҡыҙыҡлы уйындар һәм йыйылма командабыҙҙың лайыҡлы сығышын көтәбеҙ”, - тине ул. Брифингты алып барыусы Дмитрий Каретконың Токиола барған йәйге Олимпия уйындарында биш спортсының ҡатнашыуына бәйле һорауына: “Барыһы ла сағыштырыуҙа баһалана. Үткән уйындарҙа дүрт спортсы ҡатнашҡайны, сираттағыһында – биш. Тимәк, ыңғай үҫеш хаҡында әйтергә мөмкин. Дөйөм иҫәп буйынса 300-ҙән ашыу спорты Рәсәй өсөн тырыша”, - тип белдерҙе Руслан Хәбибов.  

Хәбәр итеүебеҙсә, Спорт арбитраж судында ҡаралған Бөтә донъя һәм Рәсәй допингҡа ҡаршы агентлыҡтарының эшенә ярашлы, илебеҙ спортсылары 2022 йылдың 16 декабренә тиклем Олимпиада уйындарында һәм донъя чемпионаттарында Рәсәй Федерацияһы Дәүләт флагын һәм Дәүләт гимнын ҡуллана алмай. Өҫтәүенә, XXXII йәйге Олимпиада уйындарында Рәсәй спортсылары Рәсәй Олимпия комитеты булараҡ сығыш яһай. Еңеү осрағы теркәлһә, Петр Чайковскийҙың фортепиано менән оркестр өсөн 1-се концертынан фрагмент яңғырай. Ошоға бәйле министр: “Был, әлбиттә, ауыр - асыу тыуҙыра, шул уҡ ваҡытта һөҙөмтәгә өлгәшеүгә көслө теләк уята. Былай ҙа барыһы ла Рәсәй спортсыларының сығыш яһауы хаҡында белә”, - тип белдерҙе.

Сикләүҙәр кәртә түгел

Өҫтәүенә, Токиола барған йәйге Олимпия уйындарында ҡатнашыусыларға, коронавирус инфекцияһы сәбәпле, төрлө сикләүҙәр бар. Ошоноң менән бәйле һорауға Руслан Хәбибов: “Улар барыһына ла әҙер. Әгәр һин әҙер түгелһең икән, өйҙә ҡалыуың яҡшы. Барыһы ла бер үк шарттарҙа, барыһы ла нимә өсөн килгәнен белә. Пхенчханда, мәҫәлән, Рәсәй спортсыларын аҙым һайын тиерлек фотоға төшөрҙөләр. Был бер кемдең дә флагты алмауына шаһит булыу өсөн”, - тине Руслан Таһир улы.

Өс йылда спортсыларҙың республиканан китеүе күҙәтелмәгән

Ишеү слаломы буйынса ла һорау булды. Инфраструктура кәрәк, тиелде. Әле үк ошондай каналды төҙөү мәсьәләһе хәл ителгән. Федераль бюджеттан бының өсөн 250 миллион һум аҡса йәлеп ителгән. Спорт объекты киләһе йылда төҙөлөр тип көтөлә.

Гимнастика үҙәге тураһында ла һүҙ булды. Үткән декабрҙә уны Өфөлә төҙөү өсөн 450 миллиондан ашыу аҡса йәлеп ителгән. “Хәҙер Рәсәй – донъяла спорт гимнастикаһы буйынса лидер. Ул шулай уҡ киләһе йылда асыласаҡ”, - тине Руслан Хәбибов.

Тағы шуныһы: һуңғы йылдарҙа спортсылар өсөн шарттар бик ныҡ үҙгәрҙе. Өс йыл эсендә уларҙың республиканан ситкә китеүе күҙәтелмәгән.

Токиола барған йәйге Олимпия уйындарында Рәсәй командаһының тәүге өсәү исемлегенә инеүе тураһында һорау ҙа яңғыраны эфирҙа. "Әлегә күҙаллау иртәрәк, әммә күптәр был хәлдең булырына ышана. Тағы шуны аңларға кәрәк: байтаҡ спортсылар коронавирус инфекцияһы менән сирләне. Ул үпкәгә йоғонто яһай, шуға был Олимпиада – иң ауырҙарҙың береһе”, - тигән фекерҙә Руслан Таһир улы.

Еңеүҙәр спортҡа ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра

Башҡортостанда көйәрмәндәр зонаһының барлыҡҡа килеүе тураһындағы һорауға, зона Спорт әҙерлеге үҙәгендә бар, унда спортсыларыбыҙҙың ҡаҙаныштарын ҡарап була, тип яуапланылар брифингта.

Фехтование буйынса олимпия чемпионы Тимур Сафинға бәйле һорау ҙа булды. Уның еңеүҙәре бихисап балаға фехтование менән шөғөлләнеүгә этәргес булған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Тимур Сафинға - 28 йәш.  Ул – Өфөләге олимпия резервындағы 19-сы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе һәм 5-се спорт профилле мәктәп-интернат тәрбиәләнеүсеһе. 2014 йылда Башҡорт физик культура институтын тамамлаған. Тимур – өс тапҡыр Европа чемпионы, донъя, Европа чемпионаттары һәм Европа уйындары призеры. 2016 йылда Рио-де-Жанейрола үткәрелгән рапира буйынса команда ярыштарында – алтын, шәхси ярыштарҙа бронза миҙал яулаған. Катарҙа үткәрелгән һайлау этаптарында ҡатнашыу мөмкинлеге булмаһа ла, Токиолағы олимпиадаға Рәсәй йыйылма командаһы сиктәрендәге өҫтәмә һайлауҙа юллама алыу бәхете тейгән. Тимур Сафин 1 августа үҙ көсөн һынап ҡараясаҡ. (Фехтование. Ир-егеттәр. Рапира. Команда турниры).

Ғөмүмән, ошондай мәртәбәле сараға һәр спортсы эләгергә тырыша. Был – ҙур ҡаҙаныш. “Күп спортсылар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Олимпиадаға эләкмәне, сөнки коронавирус инфекцияһы менән ауырығандан һуң ныҡлап аяҡҡа баҫа алманы”, - тип белдерҙе министр.

Ишеү спорты хаҡында ла һүҙ булды. “Әлеге ваҡытта ишеү слаломы Өфөлә һәм Учалыла бар. Ул глобаль матди-техник йыһазландырыуҙы – кәмәләр, база, һыу ятҡылыҡтарын талап итә. Башҡортостанда кәрәкле һыу ятҡылыҡтары күп, тик базалар, байдаркалар һәм каноэ етмәй. Улар айырыуса ҡиммәт. Республиканың йыйылма командаһы асыҡ һыуҙа күнекмәләр үткәрергә тырыша, ҡышҡыһын Краснодарҙа шөғөлләнә”, - тине Руслан Хәбибов.

Фото: Спорт министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: