Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
26 Июль 2021, 21:15

Сирек быуат үткәс – йәнә алтын миҙал!

Был еңеүҙе күптән көткәйнек.

Сирек быуат үткәс – йәнә алтын миҙал!
Сирек быуат үткәс – йәнә алтын миҙал!

Спортсыларыбыҙ көйәрмәндәрҙе, спорт һөйөүселәрҙе уңыштары менән ҡыуандырҙы.

Рәсәйҙең спорт гимнастикаһы буйынса йыйылма командаһы – Денис Аблязин, Давид Белявский, Артур Далалоян һәм Никита Нагорный – Токиола барған Олимпия уйындарында команда күп алышында еңеп сыҡты. Улар биш күнекмә өсөн 262,500 балл тупланы.

Һуңғы тапҡыр Рәсәй командаһы был спорт төрө буйынса 1996 йылда үткәрелгән Олимпия уйындарында беренселекте яулағайны. Ул ваҡытта команда өсөн Алексей Немов, Алексей Воропаев, Евгений Подгорный, Дмитрий василенко, Сергей Харьков, Николай Крюков һәм Дмитрий Труш сығыш яһағайны.

Бөгөнгө ярыштарҙа икенсе урынды – Япония, өсөнсө урынды Ҡытай командаһы яуланы.

Фото: "Башинформ".

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: