Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
27 Июль 2021, 17:00

“Яңы үҙәк спортсыларыбыҙға бик кәрәк”

Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә баш ҡалабыҙҙа Гимнастика үҙәге төҙөлөшөн телгә алды.

“Яңы үҙәк спортсыларыбыҙға бик кәрәк”
“Яңы үҙәк спортсыларыбыҙға бик кәрәк”

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә баш ҡалабыҙҙа Гимнастика үҙәге төҙөлөшөн телгә алды.

“Өфөлә Гимнастика үҙәген төҙөүҙе дауам итәбеҙ. Ул 65 процентҡа әҙер, бөтә эште 2021 йыл аҙағына тиклем тамамларға ниәтләйбеҙ. Әле бинаның эсен йөҙләйҙәр, электромонтажлау ғәмәлдәре бара. Объекттың дөйөм хаҡы – 786 миллион һум, шуның 450 миллион һумы – федераль ҡаҙнанан.

Яңы Гимнастика үҙәгендә күнекмә, гимнастика, хореография залдарында эш тамамланып килә. Тамашасылар өсөн трибуналар ҡуябыҙ.

Башҡортостанда спорт гимнастикаһы менән 500-ҙән ашыу, художестволы гимнастика менән 1300 кеше шөғөлләнә.

Бындай кимәлдәге үҙәк спортсыларыбыҙға көндәлек күнекмәләр өсөн бик кәрәк, бында төрлө кимәлдәге ярыштар ҙа ойоштороуҙы күҙаллайбыҙ”, – тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы.

 

 

Фото: https://vk.com/wall413272232_658845

Сығанаҡ: https://vk.com/wall413272232_658845

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: