Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
28 Июль 2021, 23:00

Һынатма, Илеш ҡыҙы!

Ярымфиналға сыҡҡан яҡташыбыҙҙы иртәгә яуаплы һынау көтә.

Һынатма, Илеш ҡыҙы!
Һынатма, Илеш ҡыҙы!

Алһыу Минәзева – Токиола барған йәйге Олимпия уйындарында сығыш яһаған яҡташтарыбыҙҙың береһе. Бөгөн ул яңғыҙы каноэла ишкәкле слалом буйынса ярыштарҙың ярымфиналына сыҡты.

Спортсы квалификациялы заезда 14-се һөҙөмтәне күрһәткән. Икенсе тапҡыр сығыш яһап ҡарау уның өсөн иң яҡшыһы булған: 1.58,45, тип хәбәр ителә.

Иртәгә, 29 июлдә, ярымфинал ярыштары үткәреләсәк. Унда ла Илеш ҡыҙына уңыш юлдаш булыр тигән өмөттәбеҙ. Ә бөгөнгө ярыштарҙа иң яҡшы һөҙөмтә - Бөйөк Британия спортсыһы Мэллори Франклиндыҡы.

Фото: wwslalom.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: