Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
29 Июль 2021, 19:30

"Аделина барығыҙға ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерә"

Хәбәр итеүебеҙсә, Аделина Заһиҙуллина Рәсәй йыйылма командаһы составында беренсе алтын миҙалды яуланы. Ошо хаҡтағы тәьҫораттары менән уртаҡлашыуын һорап, уның тренеры, ире Егор Петровҡа шылтыраттыҡ.

"Аделина барығыҙға ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерә"
"Аделина барығыҙға ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерә"

Беҙ, спорт һөйөүселәр, көйәрмәндәр, яҡташтары, Токиола барған йәйге Олимпия уйындарында ҡатнашҡан спортсыларыбыҙ өсөн борсолабыҙ, уңыштар теләйбеҙ. Бөгөнгө көн һәммәбеҙ өсөн шатлыҡлыға әүерелде, сөнки Аделина Заһиҙуллина Рәсәй йыйылма командаһы составында беренсе алтын миҙалды яуланы!

Ошо хаҡтағы тәьҫораттары менән уртаҡлашыуын һорап, Аделинаның тренеры, тормош иптәше Егор Петровҡа шылтыраттыҡ һәм ҡотлауҙарыбыҙҙы еткерҙек.

"Әлегә уның менән һөйләшә алманым, матбуғат конференциялары бара. Бик шатмын! Тренеры, ире булараҡ, ҡыуанысым сикһеҙ! Аделина Токиолағы Олимпия уйындарында Рәсәй йыйылма командаһы составында беҙҙең беренсе башҡорт алтын миҙалын яуланы. Башҡортостандан ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренселәрҙән булып! Бындай еңеүгә даими ынтылдыҡ. Адедина Башҡортостан халҡының үҙе өсөн борсолоуҙары, “көйөүҙәре” хаҡында белә. Ул бының өсөн барығыҙға ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерә”, - тине Рәсәйҙең атҡаҙанғане тренеры, Рәсәйҙең спорт мастеры Егор Попов.

Яҡташыбыҙҙы, уның тренерын ошондай ҙур еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!

Фото: "Бәйләнештә".

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: