Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
29 Июль 2021, 20:00

Башҡортостандан да спортсылар бар

Август башында ил спортсыларын Өфөләге Р. Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәге ҡабул итә.

Башҡортостандан да спортсылар бар
Башҡортостандан да спортсылар бар

Рәсәйҙең грек-рим көрәше буйынса юниорҙар командаһы Алуштала уҡыу-күнекмәләр үткәреү йыйындарын тамамланы.

Ил командаһы составында Башҡортостан көрәшселәре Адлан менән Алан Амриевтар, Сәйед-Хөсәйен Бакаев та күнекмәләр үткәрҙе. Көрәшселәребеҙ менән бергә унда республиканан грек-рим көрәше буйынса өлкән тренер Геннадий Сырцев та булды.

Күнекмәләрҙе көнөнә өс тапҡыр үткәрҙеләр: залда уҙғандар менән бер рәттән, һыу процедуралары ла ойошторолдо.

Август башында Рәсәй командаһын йыйыуҙың аҙаҡҡы этабы старт ала. Илебеҙ спортсыларын Өфөләге Р. Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәге ҡабул итә.

Фото: Спорт министрлығы.

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: