Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
29 Июль 2021, 18:30

Еңеүсе командала - беҙҙең Аделина Заһиҙуллина!

Радий Хәбиров: “Токиолағы Олимпия уйындарында Рәсәй йыйылма командаһы составында беҙҙең беренсе башҡорт алтын миҙалы!”

Еңеүсе командала - беҙҙең Аделина Заһиҙуллина!
Еңеүсе командала - беҙҙең Аделина Заһиҙуллина!

Рәсәй рапирасылары Лариса Коробейникова, Инна Дериглазова, Аделина Заһиҙуллина һәм Марта Мартьянова Токиола барған йәйге Олимпия уйындарында команда турниры ярымфиналында АҠШ спортсыларын еңде.

“Токиолағы Олимпия уйындарында Рәсәй йыйылма командаһы составында беҙҙең беренсе башҡорт алтын миҙалы!” - тип яҙҙы республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. Рапирасы Аделина Заһиҙуллина Рәсәй йыйылма командаһы составында беренсе алтын миҙалды яуланы!

Белеүебеҙсә, Аделина Заһиҙуллина Башҡортостан исеменән сығыш яһай. Ә ике ил спортсылары көс һынашҡан осрашыу 45:42 иҫәбенә тамамланды. Әйткәндәй, матч башында ҡыҙҙарыбыҙ Америка спортсыларынан ҡалыша ине. Һигеҙ алыштан һуң ғына алға сыға алдылар. Ярымфинал алыштарынан һуң Инна Дериглазова, шәхси алыштағы кеүек, Америка спортсыһы Ли Кифер менән осрашты. Был юлы иҫәп 6:6 менән тамамланды. Ошо хәл спортсыларыбыҙға еңеү яуларға ярҙам итте.

Финалда Рәсәй спортсылары Франция командаһы менән осрашасаҡ.

Илебеҙ рапирасылары 2008 йылда Пекинда үткәрелгән Олимпия уйындарында команда беренселегендә алтын миҙал яулағайны.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Аделина Заһиҙуллина (28 йәш) - команда беренселегендә ике тапҡыр донъя (2016, 2019 йылдар) һәм Европа чемпионы (шулай уҡ 2016, 2019 йылдар), Европа уйындары еңеүсеһе һәм бронза миҙал эйәһе. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры. Беренсе тренеры – Ольга Шагаева. Яҡташыбыҙ, барлыҡ этаптарҙы ла уңышлы үтеп, Олимпия уйындарында үҙ көсөн һынау хоҡуғын алды.

Фото: https://vk.com/radiyhabirov

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: