Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
30 Июль 2021, 13:25

Ғаилә менән ҡайҙа ял итергә?

neizvestniy-geniy.ru
Фото:neizvestniy-geniy.ru

Каникул һәм йәй дауам итә, #ВыбирайБашкортостан онлайн-флешмобы әүҙемләшә.

Акцияға республика Башлығы Хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре Зөлфиә Рәхмәтуллина ла ҡушылды. Ул Башҡортостанда  ял итә. Ғаилә Ураҙбай быуаһы (Ишембай районы) – Торатау – Аҡташ, Уҡлығая, Сәйетбаба (Ғафури районы) – Асы, Шүрәле теше (Белорет районы) – Үләнде күле, Динопарк (Әбйәлил районы) – Яҡтыкүл туристик маршрутын һайлаған. “Беҙгә лә, балаларға ла әүҙем ял бик оҡшаны”, – тип яҙған Зөлфиә Рәхмәтуллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

“Ғаилә менән иң яҡшы ял – тәбиғәт ҡосағында”, – тигән фекерҙә #ВыбирайБашкортостан акцияһына ҡушылған  Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров. Ул социаль селтәрҙәге сәхифәһенә Мораҙым тарлауығында ял иткән фотоһын ҡуйған.

“Бында, ҡалалағы ығызығынан ҡотолоп, көндәлек мәшәҡәттәрҙе онотаһың, мәғрур ҡаяларҙы, мәмерйәләрҙе күреп һоҡланаһың. Саф һауа гүзәл тәбиғәт һәм уңайлы йәшәү шарттары – ғаилә менән рәхәтләнеп ял итеү өсөн мотлаҡ факторҙар. Бындай ял ғаиләне татыулаштыра, сағыу мәлдәре менән хәтерҙә ҡала. Тауға артылыуҙы, мәмерйәгә төшөүҙе, Оло Эйектә һыу инеүҙе балалар мәңге онотмаҫ”, – тип яҙған Зариф Байғусҡаров. 

Онлайн-флешмобта шулай уҡ республикала Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова ҡатнашты. Ул балалары менән Белорет районындағы Ар ташында булған.

“Ар ташы” – Башҡортостандағы үҙенсәлекле биләмә. Саф һауаны үпкә тултырып һулау менән күңел күтәрелә, көс-ҡеүәт арта”, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша Милана Скоробогатова.

 

- Лилиә Дәүләтбәкова.

Читайте нас: