

Рәсәй спортсылары Токиола барған йәйге Олимпия уйындарында алты награда яуланы.
Йома Евгений Рылов – 200 метрға арауыҡҡа арҡала йөҙөүҙә, Виталина Бацарашкина (һүрәттә) 25 метр арауыҡтан тиҙлекле пистолеттан атыуҙа алтын миҙалға лайыҡ булды.
Анна Пракатень (академик ишеү, яңғыҙ), Елена Осипова (уҡ атыу), Сергей Бида, Павел Сухов, Сергей Ходос һәм Никита Глазков (шпагала фехтование буйынса команда ярыштарында) - көмөш миҙал хужалары.
Дзюдо буйынса ла уңышҡа өлгәште спортсыларыбыҙ: Тамерлан Башаев 100 килограмдан ашыу ауырлыҡ үлсәмендә бронза миҙал яуланы.
Олимпиаданың ете көнө һөҙөмтәләренә ҡарағанда, Рәсәй дөйөм иҫәптә - дүртенсе урында. Ҡытай – беренсе, Япония – икенсе, Америка - өсөнсө.
Иртәгә Японияның баш ҡалаһында 21 комплект миҙал уйнатыласаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Олимпиада 8 августа тамамлана.
Фото: "Бәйләнештә".