Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
30 Июль 2021, 22:00

Тарихта беренсе тапҡыр – 17 миҙал!

Команданың Олимпия уйындары тарихында бындай хәлдең теркәлгәне юҡ ине.  

Тарихта беренсе тапҡыр – 17 миҙал!
Тарихта беренсе тапҡыр – 17 миҙал!

Команданың Олимпия уйындары тарихында бындай хәлдең теркәлгәне юҡ ине.

Японияның йыйылма командаһы 17 алтын миҙал яуланы. Был – ил командаһы өсөн рекорд. 17-се иҫтәлекле миҙал япондарға шпагала фехтование буйынса тапшырылды. Быға тиклем Японияның йыйылма командаһы 2004 йылда -  Афинала, 1964 йылда шулай уҡ Токиола үткәрелгән Олимпия уйындарында ярайһы яҡшы уңыштарға өлгәшкәйне (16 алтын миҙал).

Был Олимпиадала япондар дзюдо буйынса - туғыҙ, скейтбордингта, йөҙөүҙә - икешәр, фехтованиела, спорт гимнастикаһында, софтболда һәм өҫтәл теннисы буйынса берешәр алтын миҙал яуланы.

Әле Япония командаһы дөйөм иҫәп буйынса – икенсе урында. Ҡытай беренселекте биләһә, американдар япондарҙан ҡалышмай. Ә беҙҙең спортсыларыбыҙ - әлегә дүртенсе урында. Киләһе көндәр командабыҙға уңыштар килтерер тип ышанабыҙ.

Фото: Олимпиада сайты.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: