Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
30 Июль 2021, 11:13

Ваҡытында һатып алып ҡалығыҙ

“Салауат Юлаев” хоккей клубы рәсми сайтында Континенталь хоккей лигаһының 2021/2022 йылдарҙағы уйын миҙгеле матчтарына абонементтарҙы һата башланы.

Шуныһы үҙенсәлекле: абонементтар плей-офтағы матчтарға билеттарҙы отошло хаҡҡа һатып алыу мөмкинлеген бирәсәк. Бынан тыш, көйәрмәндәр өсөн төрлө бонустар ҡаралған. Әлегә уны клуб сайтында ғына һатып алырға мөмкин. Хаҡы – 5 400 һумдан алып.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 3 сентябрҙә “Салауат Юлаев” командаһы үҙ боҙонда “Барыҫ” хоккейсылары менән осрашасаҡ.

- Айһылыу НИЗАМОВА.

Читайте нас: