Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
30 Июль 2021, 11:12

Яҡташтарыбыҙҙан еңеүҙәр көтәбеҙ

Һәр кем Олимпия уйындарында ҡатнаша алмай.

Спорттың, физик күнекмәләрҙең кеше сәләмәтлегенә ыңғай йоғонто яһауы хаҡында барыһы ла яҡшы белә. Әммә ул тағы донъялағы халыҡтар дуҫлығын нығытыуға булышлыҡ итә, спортсыларҙа сабырлыҡ, көслө ихтыяр, төрлө ҡатмарлы хәлдәргә бирешмәүсәнлек кеүек сифаттар тәрбиәләй.

Әле Ер йөҙөндәге һәр көйәрмәндең, спорт һөйөүсенең иғтибары – Токиола барған XXXII йәйге Олимпия уйындарында. Әйткәндәй, Башҡортостан юлдаш телевидениеһына биргән интервьюһында, “Өфө – Токио. Олимпиада-2020” брифингында ла республиканың спорт министры Руслан Хәбибов был мәртәбәле сара, спортсыларыбыҙ һәм башҡалар хаҡында һөйләне.

Сикләүҙәр кәртә түгел

“Саранан иң тәүҙә ҡыҙыҡлы уйындар һәм йыйылма командабыҙҙың лайыҡлы сығышын көтәбеҙ”, – тине Руслан Таһир улы. Брифингты алып барыусы Дмитрий Каретконың Токиола барған йәйге Олимпия уйындарында биш спортсының ҡатнашыуына бәйле һорауына иһә: “Барыһы ла сағыштырыуҙа баһалана. Үткән уйындарҙа дүрт спортсы ҡатнашҡайны, сираттағыһында – биш. Тимәк, ыңғай үҫеш хаҡында әйтергә мөмкин. Дөйөм иҫәп буйынса 300-ҙән ашыу спортсы Рәсәй өсөн тырыша”, – тип белдерҙе.

Хәбәр итеүебеҙсә, Спорт арбитраж судында ҡаралған Бөтә донъя һәм Рәсәй допингка ҡаршы агентлыҡтарының эшенә ярашлы, илебеҙ спортсылары 2022 йылдың 16 декабренә тиклем Олимпия уйындарында һәм донъя чемпионаттарында Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагын һәм дәүләт гимнын ҡуллана алмай. Өҫтәүенә, XXXII йәйге Олимпия уйындарында Рәсәй спортсылары Рәсәй Олимпия комитеты булараҡ сығыш яһай. Еңеү осрағы теркәлһә, Петр Чайковский­ҙың фортепиано менән оркестр өсөн 1-се концертынан фрагмент яңғырай. Ошоға бәйле министр: “Был, әлбиттә, ауыр – асыу тыуҙыра, шул уҡ ваҡытта һөҙөмтәгә өлгәшеүгә көслө теләк уята. Былай ҙа барыһы ла Рәсәй спортсы­ларының сығыш яһауы хаҡында белә”, – тине.

Өҫтәүенә, Токиола барған йәйге Олимпия уйындарында ҡатнашыусыларға, коронавирус инфекцияһы сәбәпле, төрлө сикләүҙәр бар. Ошоноң менән бәйле һорауға: “Улар барыһына ла әҙер. Әгәр әҙер түгелһең икән, өйҙә ҡалыуың яҡшы. Барыһы ла бер үк шарттарҙа, барыһы ла нимә өсөн килгәнен белә. Пхенчханда, мәҫәлән, Рәсәй спортсыларын аҙым һайын тиерлек фотоға төшөрҙөләр. Был бер кемдең дә флагты алмауына шаһит булыу өсөн”, – тине Руслан Таһир улы.

Өс йылда спортсыларҙың республиканан китеүе күҙәтелмәгән

Ишеү слаломы буйынса ла һорау булды. Инфраструктура кәрәк, тиелде. Әле үк ошондай каналды төҙөү мәсьәләһе хәл ителгән. Федераль бюджеттан 250 миллион һум аҡса ла йәлеп ителгән. Спорт объекты киләсәктә төҙөлөр, тип көтөлә.

Гимнастика үҙәге тураһында ла һүҙ булды. Үткән декабрҙә уны Өфөлә төҙөү өсөн 450 миллиондан ашыу аҡса йәлеп ителгән. “Хәҙер Рәсәй – донъяла спорт гимнастикаһы буйынса лидер. Беҙҙәге үҙәк киләһе йылда асыласаҡ”, – тине Руслан Хәбибов.

Тағы шуныһына иғтибар итәйек: һуңғы йылдарҙа спортсылар өсөн шарттар бик ныҡ үҙгәрҙе. Өс йыл эсендә уларҙың республиканан ситкә китеүе күҙәтелмәгән.

Токиола барған йәйге Олимпия уйындарында Рәсәй командаһының тәүге өсәү исемлегенә инеүе тураһында һорау ҙа яңғыраны эфирҙа. “Әлегә күҙалларға иртәрәк, әммә күптәр был хәлдең булырына ышана. Тағы шуны аңларға кәрәк: байтаҡ спортсылар коронавирус инфекцияһы менән сирләне. Ул үпкәгә йоғонто яһай, шуға был Олимпиада – иң ауырҙарҙың береһе”, – тигән фекерҙә Руслан Таһир улы.

Еңеүҙәр спортҡа ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра

Башҡортостанда көйәрмәндәр зонаһы­ның барлыҡҡа килеүе тураһындағы һорауға, зона Спорт әҙерлеге үҙәгендә бар, унда спортсыларыбыҙҙың ҡаҙаныш­тарын ҡарап була, тип яуапланылар брифингта.

Фехтование буйынса Олимпия чемпионы Тимур Сафинға бәйле һорау ҙа булды. Уның еңеүҙәре бихисап балаға фехтование менән шөғөлләнеүгә этәргес булған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Тимур Сафинға – 28 йәш. Ул – Өфөләге Олимпия резервындағы 19-сы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе һәм 5-се спорт профилле мәктәп-интернат тәрбиәлә­неүсеһе. 2014 йылда Башҡортостан физик культура институтын тамамлаған. Өс тапҡыр Европа чемпионы, донъя, Европа чемпионаттары һәм Европа уйындары призеры. 2016 йылда Рио-де-Жанейрола үткәрелгән рапира буйынса команда ярыштарында – алтын, шәхси ярыштарҙа бронза миҙал яулаған. Катарҙа үткәрелгән һайлау этаптарында ҡатнашыу мөмкин­леге булмаһа ла, Токиолағы Олимпиадаға Рәсәй йыйылма командаһы сиктәрендәге өҫтәмә һайлауҙа юллама алыу бәхете тейгән. Тимур Сафин 1 августа үҙ көсөн һынап ҡараясаҡ (Фехтование. Ир-егеттәр. Рапира. Команда турниры).

Ғөмүмән, ошондай мәртәбәле сараға һәр спортсы эләгергә тырыша. Был – ҙур ҡаҙаныш. “Күп спортсылар, ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, Олимпиадаға эләкмәне, сөнки коронавирус инфекцияһы менән ауырығандан һуң ныҡлап аяҡҡа баҫа алманы”, – тип белдерҙе министр.

Ишеү спорты хаҡында ла һүҙ булды. “Әлеге ваҡытта ишеү слаломы Өфөлә һәм Учалыла бар. Ул глобаль матди-техник йыһазландырыуҙы – кәмәләр, база, һыу ятҡылыҡтарын – талап итә. Башҡортостанда кәрәкле һыу ятҡылыҡтары күп, тик базалар, байдаркалар һәм каноэ етмәй. Улар айырыуса ҡиммәт. Республиканың йыйылма командаһы асыҡ һыуҙа күнекмәләр үткәрергә тырыша, ҡышҡыһын Краснодарҙа шөғөлләнә”, – тине Руслан Хәбибов.

- Айһылыу НИЗАМОВА.

Читайте нас: