

Тиҙҙән Өфөлә үтәсәк юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя чемпионатында беҙҙең спортсылар Рәсәй флагы аҫтында сығыш яһаясаҡ.
Был хаҡта Рәсәйҙең спорт көрәше федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили хәбәр итә.
"Токиола барған Олимпия уйындарында Рәсәй спортсылары илдең Олимпия комитеты флагы аҫтында сығыш яһай һәм Чайковский музыкаһына еңеү пьедесталына күтәрелә. Олимпия уйындарынан һуң Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя чемпионаты үтәсәк. Шуныһы ҡыуаныслы: йыйылма команданың йәш көрәшселәре ҙур ғорурлыҡ менән Рәсәй флагын күтәрәсәк һәм бүләкләү ваҡытында үҙ гимнын тыңлаясаҡ, - тине Михаил Мамиашвили. - Бәйгене ойоштороу юғары кимәлдә булыр һәм беҙҙең йыйылма командалар үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан күрһәтер тип ышанам".
Фото: "Башинформ".