

Бөгөн Токиолағы йәйге Олимпия уйындарында Рәсәй спортсылары дөйөм иҫәбенә бер алтын, бер көмөш һәм бер бронза миҙал өҫтәне.
Софья Великая, София Позднякова, Ольга Никитина һәм Светлана Шевелева составында булған командабыҙ алтын миҙал яуланы. 50 метр арауыҡтан винтовканан атыу буйынса ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ уңышҡа өлгәште: Юлиә Зыкова – көмөш, Юлиә Кәримова бронҙа миҙалға лайыҡ булды.
Дөйөм алғанда, шәмбе ир-егеттәр – диск ташлау, 96 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә ауыр атлетика, бадминтон, ҡатын-ҡыҙҙар 100 метр арауыҡҡа йүгереү буйынса көс һынашты. Ә бына 4х400 метр эстафетаһы спорт төрөндә илебеҙҙән спортсылар ҡатнашманы.
Фото: Олимпиада сайты.