Спорт һәм туризм
1 Август 2021, 13:00

Тимур көмөш миҙал яуланы!

Олимпия уйындарында ҡатнашҡан спортсыларыбыҙ араһында фехтование буйынса 28 йәшлек Тимур Сафин бар тип хәбәр иткәйнек. Бөгөн ул спорт һөйөүселәрҙе, көйәрмәндәрҙе ҡыуандырҙы.

Тимур көмөш миҙал яуланы!Тимур көмөш миҙал яуланы!
Тимур көмөш миҙал яуланы!

XXXII йәйге Олимпия уйындарында ҡатнашҡан спортсыларыбыҙ араһында фехтование буйынса 28 йәшлек Тимур Сафин бар тип хәбәр иткәйнек. Бөгөн ул спорт һөйөүселәрҙе, көйәрмәндәрҙе ҡыуандырҙы.

Тимур Сафин Рәсәйҙең фехтование буйынса йыйылма команда составында көмөш миҙал яуланы. Финалда командабыҙ 28:45 иҫәбе менән Франция командаһынан еңелде. Ә ярымфиналда яҡташыбыҙ Тимур Сафин, Антон Бородачёв, Кирил Бородачёв һәм Владислав Мыльников составындағы илебеҙ командаһы Америка спортсыларын 45:41 иҫәбе менән артта ҡалдырғайны.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Тимур Сафин – Өфөләге Олимпия резервындағы 19-сы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе һәм спорт профилле 5-се мәктәп-интернат тәрбиәләнеүсеһе. 2014 йылда Башҡорт физик культура институтын тамамлаған. Тимур – өс тапҡыр Европа чемпионы, донъя, Европа чемпионаттары һәм Европа уйындары призеры. 2016 йылда Рио-де-Жанейрола үткәрелгән рапира буйынса команда ярыштарында – алтын, шәхси ярыштарҙа бронза миҙал яулаған. Катарҙа уҙғарылған һайлау этаптарында ҡатнашыу мөмкинлеге булмаһа ла, Токиолағы уйындарға Рәсәй йыйылма командаһы составында өҫтәмә һайлауҙа юллама алыу бәхете тейгән.

Фото: Олимпиада сайты.

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас