Спорт һәм туризм
2 Август 2021, 15:00

Һалым ҡайтармаһын алып буласаҡ

Республикала йәшәүселәр фитнес-клубтарға һатып алған абонементтарға хаҡтың 13 процентын кире ҡайтара аласаҡ.

Һалым ҡайтармаһын алып буласаҡҺалым ҡайтармаһын алып буласаҡ
Һалым ҡайтармаһын алып буласаҡ

Республикала йәшәүселәр фитнес-клубтарға һатып алған абонементтарға хаҡтың 13 процентын кире ҡайтара аласаҡ.

1 августан Рәсәйҙә физик шәхестәр спорт менән шөғөлләнгән өсөн һалып ҡайтармаһын аласаҡ. Граждандарҙың фитнес-клубтарға һатып алған абонементтарға йәки башҡа спорт-һауыҡтырыу хеҙмәттәргә хаҡтың 13 процентын кире ҡайтарыу мөмкинлеге биреләсәк. Тағы үҙенсәлек шунда: уны үҙең өсөн генә түгел, балалар өсөн дә алып буласаҡ.

Шулай итеп, был иҫәпләмә 2022 йылдың 1 ғинуарынан кире ҡайтарып алып буласаҡ. Быға рәсми эш хаҡын алғандар ғына дәғүә итә ала.

Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының мәғариф, мәҙәниәт, спорт, йәштәр сәйәсәте, хәйриә эшен үҫтереү буйынса комиссияһы ағзаһы был яңылыҡ хаҡында түбәндәге фекерҙәрен белдерҙе: “Минеңсә, бында плюстар күп. Бөгөн Башҡортостанда 180 меңдән ашыу кеше фитнес-клубтарҙа шөғөлләнә. Был иһә 2022 йылда 2022 йылдан халыҡтың 5 проценты спорт менән шөғөлләнгән өсөн сарыф ителгән аҡсаның бер өлөшөн кире ҡайтара аласаҡ, тигән һүҙ. Ошо иҫәпләмәне кире ҡайтарырға теләгән кешеләр легаль клубтарға барасаҡ һәм мотлаҡ килешеү төҙөйәсәк. Шулай итеп, эшҡыуарҙар ҙа клиенттарҙы юғалтмау өсөн спорт эшҡыуарлығын теркәйәсәк һәм алынған килем өсөн һалым түләйәсәк. Был илдә һәм республикала спорт менән шөғөлләнергә теоләүселәр һанын арттырасаҡ. 2030 йылға спорт менән шөғөлләнеүселәр һанын 70 процентҡа арттырыу өсөн инструменттар кәрәк. Һалым иҫәпләмәһе – шуларҙың береһе”.

Фото: kleos.ru

 

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас